Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
20 Март 2023, 16:32

Мәсет - ауылға бәрәкәт

Изге Рамаҙан айы алдынан Йәнтҽш ауылының "Иҙрис" мәсетендә  өмә үтте

Мәсет - ауылға бәрәкәт
Мәсет - ауылға бәрәкәт

Ауылыбыҙҙың бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары үҙ теләктәре менән иртәнге сәғәт 8-ҙә йыйылып, Иман йорто эсен йәмләндереү эштәренә тотондо.
Аллаға шөкөр, был изге эш атҡарылды һәм күңелдәргә тыныслыҡ алып таралыштылар. Афариндар! Ҙур рәхмәт!
Сауаптарын насип итһен!

Әйҙә, "Иҙрис" мәсетендә, йома намаҙҙары, дини байрамдар башҡарылып торһон, аҙан тауышы тынмаһын!
Йыраҡтан балҡып торған мәсетебеҙ манараһы иманға, әхлаҡҡа, яҡты киләсәккә маяҡ булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото:Йәнтеш Мәҙәниәт Йорто

Автор:
Читайте нас: