Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
20 Март 2023, 21:35

Бишенсе һорау. Рамаҙан айында бирелә торған зәкәт, фитыр саҙаҡа

Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Үмәр хәҙрәт ураҙа тотоу тураһында һорауҙарға яуап бирҙе

Эйе, ураҙа айында фитыр саҙаҡа, зәкәт түләргә ашығабыҙ. Бының менән мохтаждарҙы-фәҡирҙәрҙе һөйөндөрәбеҙ, уларҙың ризығы арта. Диндарҙар ҙа  бик ҙур әжер сауаптар аласаҡ. Рамаҙан айында тотҡан ураҙалар ҡабул булһын өсөн ай ахырында, йәғни Ураҙа ғәйете уҡылғансы фитыр саҙаҡаһы бирелә. Ул ваҡытында тапшырылмаһа, кеше өҫтөндә бурыс булып ҡала һәм уны ҡасан булһа ла аҡсалата ла, ризыҡ итеп тә бирергә кәрәк.

Рәсәй мөфтөйҙәр советының рәсми сайтынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл фитыр саҙаҡаһын тормош дәрәжәһе уртасанан түбәнерәк булғандар—150 һум, урта хәллеләр—500 һум, хәлле йәшәгәндәр 800 һум күләмендә бирә.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: