Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
20 Март 2023, 21:40

Алтынсы һорау. Ураҙа тотоусыларға кәңәштәрегеҙ?

Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Үмәр хәҙрәт ураҙа тотоу тураһында һорауҙарға яуап бирҙе

--Дөрөҫ туҡланып, ураҙаны еңеләйтеп була. Беренсенән, организм өсөн иң мөһим булған һыуҙы етерлек кимәлдә эсергә кәрәк. Ифтар ваҡыты еткәс, ауыҙ асҡанда,  күберәк тә һыу эсергә мөмкин. 1-3 бөртөк финик ашау ҙа сөннәт. Рамаҙан айында был емеш иң мөһим ризыҡ, сөнки витаминдарға бай. Ауыҙ асҡанда ашаған ризыҡ майлы, ауыр булмаһын, ә еңел эшкәртелә торған булһын.Мәҫәлән, йәшелсә аштары. Ә ҡамыр аштарынан, ит һәм картуфтан баш тартып тороу яҡшы. Төнгө намаҙҙар ваҡытында һыуҙы күберәк эсергә кәңәш ителә. Иртәнсәк, сәхәр мәлендә ашаған ризыҡ аҡһымдарға бай булырға тейеш. Бында һыуҙы сәхәргә тиклем ярты сәғәт алда эсергә мөмкин.Төрлө сәтләүектәр, ярмаларҙан бутҡа, әҙерәк балыҡ,  йомортҡа, һөт ризыҡтары, фасоль ашау яҡшы. Ураҙа ваҡытында, төштән һуң, серем итеп алыу ҙа файҙалы.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: