Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
18 Март 2023, 22:42

Икенсе һорау. Сәхәр ашамайынса ғына ураҙа тоторға яраймы?

Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Үмәр  хәҙрәт ураҙа тотоу тураһында һорауҙарға яуап бирҙе

Икенсе  һорау. Сәхәр ашамайынса ғына ураҙа тоторға яраймы?
Икенсе һорау. Сәхәр ашамайынса ғына ураҙа тоторға яраймы?

Икенсе  һорау. Сәхәр ашамайынса ғына ураҙа тоторға яраймы?

--Сәхәр тураһында ике хәҙис бар. Беренсеһе, Мөхәммәт пәйғәмбәр “Сәхәрҙе ашағыҙ, унда бәрәкәт бар”,--тигән. Ә бәрәкәттең мәғәнәһе бик киң Бәрәкәт—ул һаулыҡ, ризыҡ, именлек тә. Икенсе хәҙисендә иһә: “Китап әһелдәренең ураҙаһы менән мосолмандар ураҙаһының айырмаһы—сәхәрҙә”,--тигән. Йәғни башҡа диндәрҙә лә ураҙа бар, уларҙа сәхәр тигән нимә юҡ икән. Әгәр кеше йоҡлап ҡалһа, ул фарыз мәжбүри түгел. Әгәр кеше бөтөнләй ашағыһы килмәһә, тәғәм еймәһә лә, ураҙа тоторға тигән ниәт ҡыла икән, уның ураҙаһы ҡабул була. Шулай ҙа пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтен үтәйем тип, сәхәрҙән булһын тип, бер генә йотом һыу эсеү ҙә—беҙҙең өсөн ҙур ниғмәт-бәрәкәт була ала.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: