Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
18 Март 2023, 22:36

Беренсе һорау. Ни өсөн Рамаҙан айын Аллаһы тәғәләнең бүләге тип әйтәбеҙ?

Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Үмәр  хәҙрәт ураҙа тотоу тураһында һорауҙарға яуап бирҙе

Беренсе һорау. Ни өсөн Рамаҙан айын Аллаһы тәғәләнең бүләге тип әйтәбеҙ?
Беренсе һорау. Ни өсөн Рамаҙан айын Аллаһы тәғәләнең бүләге тип әйтәбеҙ?

Беренсе һорау.

Ни өсөн Рамаҙан айын Аллаһы тәғәләнең бүләге тип әйтәбеҙ?

–Бисмилләһир-рахманир-рәхим! Рамаҙан-шәриф айы ысынлап та ҙур ниғмәт, бәрәкәт, сәғәҙәт айы.Ҡалған 11 айҙың береһе лә рамаҙанға тиң була алмай.  Ни өсөн? Сөнки 30 көн ураҙа тотабыҙ, эшкә лә йөрөйбөҙ, төндә тәүәрих намаҙын да уҡыйбыҙ. Шул рәүешле, ғибәҙәт ҡылып, ихласлыҡ-күндәмлек күрһәтеп, гонаһ-хаталарыбыҙҙан ҡотолабыҙ, йәндәребеҙҙе паклайбыҙ, дингә һәм Ҡөрьәнгә яҡынаябыҙ.  Был айҙа Аллаһы Тәғәлә  тотҡан ураҙаларыбыҙ хаҡына йәһәннәм ҡапҡаларын ябып, йәннәт ишектәрен аса.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: