Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
16 Март 2023, 09:49

Ураҙаға әҙерһегеҙме?

..

Ураҙаға әҙерһегеҙме?
Ураҙаға әҙерһегеҙме?

Йәйге ураҙа менән сағыштырғанда, быйылғы ураҙа көндәре әллә ни оҙон булмаһа ла, бер танышым асығыу тойғоһон еңә алмауы тураһында һүҙ ысҡындырып, кәңәш һораны. Әлбиттә, бының сәбәбе быйылғыһының ҡыш һәм яҙ алмашыныу мәлендәге өҙлөгөү осорона тура килеүенәндер. Икенсенән, үткән йылдарҙа йәш үлән һәм йәшелсәләр менән туҡланып,витаминлы аҙыҡ аша организмды туҡландырып тороу мөмкинселеге булды. Тимәк, әлегеһендә дөрөҫ туҡланыу режимын күҙ уңынан ысҡындырмау мотлаҡ килеп сыға...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

 

Ураҙаға әҙерһегеҙме?

Йәйге ураҙа менән сағыштырғанда, быйылғы ураҙа көндәре әллә ни оҙон булмаһа ла, бер танышым асығыу тойғоһон еңә алмауы тураһында һүҙ ысҡындырып, кәңәш һораны. Әлбиттә, бының сәбәбе быйылғыһының ҡыш һәм яҙ алмашыныу мәлендәге өҙлөгөү осорона тура килеүенәндер. Икенсенән, үткән йылдарҙа йәш үлән һәм йәшелсәләр менән туҡланып,витаминлы аҙыҡ аша организмды туҡландырып тороу мөмкинселеге булды. Тимәк, әлегеһендә дөрөҫ туҡланыу режимын күҙ уңынан ысҡындырмау мотлаҡ килеп сыға.
Шуға күрә шәхсән үҙемдең бер- нисә кәңәшем, тәжрибәм менән уртаҡлашырға булдым. Бәлки, уларҙың кемгәлер файҙаһы булыр.Быйылғы Рәжәб, Шағбан, Рамаҙан айҙарының көндәр ҡыҫҡа ваҡытына тура килеүен күҙ уңында тотоп, күптәнге хыялым - 90 көнлөк өҙлөкһөҙ ураҙаға инергә батырсылыҡ иттем. Аллаһ Тәғәләгә тәүәккәлләнеп, ниәттәрҙе теүәлләгәндән һуң, алдан уҡ дөрөҫ туҡланыу саралары күрелде. Иң беренсе милли, ябай аҙыҡтар ҡулланыуҙы күҙ уңында тоттом.Ит ризыҡтарын кәметеү ҙә күҙ уңынан ысҡындырылманы, сөнки итте эшкәртеү өсөн организм күп көс сарыф ителеүен беләбеҙ бит инде, хәҙер, кем әйтмешләй, бөтәбеҙ ҙә “грамутный”.
Иң тәүҙә баҙарға сығып, төрлө сәтләүек, киптерелгән емеш-еләк һатып алып, интернеттағы рецепт буйынса шуларҙы итборғостан үткәреп, балға ҡушып 3 айлыҡ запас эшләп ҡуйҙым.Иртәнге сәхәр ваҡытында бер ҡалаҡ туҡлыҡлы шул масса менән сәй эсәм. Арпа ярмаһынан үҙебеҙ әҙерләгән талҡандан баллы-майлы йомарлаҡтар әҙерләп, һыуытҡыста тотам. Иртән ризыҡланғанда,икмәк урынына шул бер йомарлаҡты ашайым. Һыйыр майынан тап-таҙа ғына һарымай иретеп ҡуйҙым. Көнөнә бер ҡалаҡ шул майҙы ла ашарға тырышам, сөнки эсәк буйҙарындағы ташҡа әйләнеп ҡатҡан ҡалдыҡтарҙы йомшартыу менән бергә, ул эс ҡатыуҙан бер сара булыр тора, ти белгестәр.
Сәхәр алдынан да, ифтар алдынан да, эске таҙарыныу маҡсатынан, бер балғалаҡ тмин майы йотоп ебәрәм һәм бер стакан баллы йылымыс һыу эсәм. Унан ҡалһа, көҙ байынан әҙерләп ҡалдырылған мышар, балан кеүек үҙебеҙҙең тыуған ерҙә, Аллаһ Тәғәләнең беҙгә инселәгән еләк-емештәребеҙ бар ҙа баһа! Юғиһә, сит илдән әллә кемдәр, әллә ниндәй ниәттәр менән йыйып беҙгә оҙатҡан, банан-манан,әфлисун-мәфлисун һ.б. “аҡса емештәре”менән мауығып киттек бит, ҡуй инде. Төрлө бутҡаларҙы бешергәндә, ваҡлап турап ҡышҡылыҡҡа һыуытҡыста туңдырған ашҡабаҡ, йә булмаһа, кәбеҫтә, кишер ваҡлап ҡушып ебәрәм.Еңел үҙәштерелә һәм шулай уҡ туҡлыҡлы һәм тәмле була бындай бутҡалар.
Бына ошондай тәбиғи ябай аҙыҡтар ҡуллапнып, Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән, еңелсә генә өс айлыҡ ураҙа атҡарып киленә.Әлбиттә, ураҙа тотоу һәр кемдең Аллаһ Тәғәлә алдында ғына яуап бирә торған йәшерен бурысы һәм ғәмәле, уны бар ғәмгә фаш итеүҙе рыялыҡ һанала. Ләкин был ихласлығымды ураҙа тоторға ҡыймай ҡурҡып йөрөүселәргә, ураҙала булып та, ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ кисергән милләттәштәремә кәңәш биреү маҡсатынан ғына уртаҡлаштым, Аллаһ Тәғәлә барыбыыҙҙан да ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен, ин шәә Аллаһ!
Рашида Гиззатуллина.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 0CwWhlg503M

 
 
Ураҙаға әҙерһегеҙме?
Автор:Лилия Такаева
https://vk.com/hakmar.gazeta
Автор:
Читайте нас: