Ил яҙмышы - ирҙәр ҡулында.
Башҡорттар борон-борондан көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп аҡһаҡалдар ҡоронда хәл иткәндәр. Ивановка ауылының "Иҙрис" мәсетендә түңәрәк өҫтәл артында ауылдың ир-уҙамандары көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Сараның төп маҡсаты - ауылда ир-егеттәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү.