Әбүбәкер ауылы халҡы Ҡорбан ашына йыйылды.
Бер уңайҙан улар ауылдағы хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Берҙәм көс менән ауылда байтаҡ эштәр башҡарыла. Яңыраҡ ҡына урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса ауыл зыяраты кәртәләнде. Ауылды төҙөкләндереү буйынса башҡа эштәр ҙә берлектә башҡарыла.
"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыу эштәренә лә халыҡ дәртле тотонған. Әленән әле теге йәки был саралар ойошторолоп тора. Ошо хаҡта улар йәнле һөйләшеү барышында һүҙ йөрөттө. Артабанғы пландары менән уртаҡлашты. Осрашыу аҙағында Ғәҙел Билалов инселләп салған ҡорбан итенән ауыҙ итеп, махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ именлегенә доғалар уҡылды.
#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022