Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
31 Октябрь 2022, 12:07

ҠАЙҒЫРМА!

Ҡайғырма: тәҡдир үҙгәрмәй, яҙылған булмай ҡалмай, ҡәләмдәреңдең ҡараһы кипкән, биттәр ябылған, һинең ҡайғырыуың бер нәмәне лә үҙгәртмәй, кисектермәй.  

ҠАЙҒЫРМА!
ҠАЙҒЫРМА!

Ҡайғырма: тәҡдир үҙгәрмәй, яҙылған булмай ҡалмай, ҡәләмдәреңдең ҡараһы кипкән, биттәр ябылған, һинең ҡайғырыуың бер нәмәне лә үҙгәртмәй, кисектермәй.

Ҡайғырма: ҡайғырыу юғалтҡанды ҡайтармай, йәне сыҡҡанды терелтмәй, яҙылғанды үҙгәртмәй, һиңә файҙа килтермәй.

Ҡайғырма: гонаһ ҡылһаң тәүбә ит, ҡаршы килһәң ғәфү үтен, хаталанһаң төҙәл. Бел: Аллаһтың Рәхмәте киң, ишек асыҡ, тәүбә ҡабул булыр.

Ҡайғырма: күберәк ғәфү һора, Раббың ғәфү иеүсе: «Мин уларға:«Раббығыҙҙан ғәфү һорағыҙ, Ул ғәфү итеүсе»,—тинем. Ул һеҙгә күктән мул ямғырҙар ебәрер, мал бирер һәм балалар биреп ҡеүәтләр. Һеҙгә баҡсалар һәм йылғалар ниғмәт ҡылыр».

Ҡайғырма: бер изгелек ун изгелеккә тора, хатта ете йөҙ мәртәбәгә арта, ә кәмселек бер кәмселек булып ҡала.

Ҡайғырма: ауырыу бөтә, ауырлыҡ китә, гонаһ ғәфү ителә, тотҡон азат ителә, юғалып йөрөүсе ҡайта, ҡаршы сығыусы тәүбә итә, фәҡир байлығын таба.


Ҡайғырма: Һине урап, насип булмай үткәндәргә. Үҙеңдә булғандары ла етерлек. Аллаһ ниғмәттәре өсөн шөкөр ит.

Ҡайғырма: һиндә Ҡөръән, зикер, доға, саҙаҡа, аят һәм башҡа изге эштәр бар. Бер урындан икенсе урынға күсергә мөлкәтең етмәһә, кемдер ике аяғының береһенән мәхрүм. Һыҙланыуыңа зарланма, кемдер түшәктә ята. Ғәзиз сабыйыңды юғалтһаң, ауыр булһа ла түҙ, кемдер бер көндә бар туғандарын юғалта.

Ҡайғырма: кешеләргә изгелек ҡылыуҙан туктама, сөнки кешеләргә изгелек ҡылыу бәхеткә бер юлдыр.

Ҡайғырма: ҡайғы дошманды һөйөндөрә, дуҫтың күңелен төшөрә, һинән көнләшеүселәргә шатлыҡ өҫтәй һәм хак булған нәмәләрҙе һиңә үҙгәртеп күртһәтә.


Ҡайғырма: сөнки төшөнкөлөк өмөттө юҡ итә.


Ҡайғырма: ҡайғы ла, шатлыҡ та, байлыҡ та, фәҡирлек тә ваҡытлыса. Ауырлыҡта ла, рәхәтлектә лә иман кешеһе хәйерлектә. Ҡайғы килһә, сабыр ит—был да хәйерлектә.

Ҡайғырма: һиңә нимә яҡшы, нимә насар—бер Аллаһ белә. Бәлки,был һиңә хәйерлегәлер.

 

Интернет селтәренән.

 

Автор:Резеда Валиева.
 
Фото:phonoteka.org
Автор:
Читайте нас: