Степной ауылында мәсеткә ремонт үткәрелә башланы. Бинаны тәртипкә килтереү мөмкинлеге ауылдың битараф булмаған халҡы һәм имам Йәнгиров Рәфҡәт Фәрит улының әүҙем ярҙамы иҫәбенә барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә ауылдаштар. Бина эсендә ремонт эштәре алып барыла, материалдар килтерелгән, иҙән, стеналар алмаштырыласаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар мәсеттең тышҡы өлөшөн ағартыу менән мәшғүл.
Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.