

Кисә Быҙаулыҡ ауылы халҡы өсөн айырыуса ҡыуаныслы көн булды. Иртәнсәктән алып ауылда өмә гөрләне - яңы мәсет бураһын күтәреү өмәһе уҙғарылды.
Ир-егеттәр изге йортто күтәреүҙә дәррәү ҡатнашты - бер кем дә буш торманы. Барыһы ла сауаплы эш менән мәшғүл булды.