ИМАН
8 Октябрь 2022, 06:39

Ивановка ауылы мәсетендә - Мәүлит байрамы

Барыһына ла Аллаһы Тәғәлә тарафынан мәрхәмәт һәм Аллаһтың ризалығы насип булһын!

Ивановка ауылы мәсетендә - Мәүлит байрамыИвановка ауылы мәсетендә - Мәүлит байрамы
Ивановка ауылы мәсетендә - Мәүлит байрамы

Рабиғел әүүәл айының 12-се көнө бөтә донъя мосолмандарының иң ҙур байрамы. Был көндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мостафа Салләллаһу ғәләйһиссәләм донъяға килгән. Шул көндән башлап Ислам нуры йәйелгән. «Мәүлет» — ғәрәп һүҙе, тыуыу тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм донъяға килгән көн Мәүлит исеме менән аталып мосолмандарҙың байрамына әйләнә. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә Ҡөрьән индерә, пәйғәмбәрлек бирә, ер йөҙөнә Ислам дине тарала. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт пәйғәмбәргә бәндәләрҙе Ислам диненә өндәргә бойора. Шуға күрә уның тыуған көнө ҙур байрам була.

Ошо көндәрҙә бар донъя мөьмин мосолмандары Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөн – Мәүлит байрамын үткәрә. Был күркәм тантана айҡанлы Ивановка ауылы мосолмандары "Иҙрис" мәсетенә йыйылған.

Барыһына ла Аллаһы Тәғәлә тарафынан мәрхәмәт һәм Аллаһтың ризалығы насип булһын!

Ивановка ауылы мәсетендә - Мәүлит байрамы
Ивановка ауылы мәсетендә - Мәүлит байрамы
Ивановка ауылы мәсетендә - Мәүлит байрамы
Ивановка ауылы мәсетендә - Мәүлит байрамы
Автор:Ивановка мәҙәниәт йорто
Читайте нас