Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
3 Октябрь 2022, 14:47

Хәйбулла районында Ак ҡорбан салынды!

Илдәребеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ имен,күңелдәребеҙ тыныс булһын, илебеҙгә янаған афәт, ҡурҡыныс мәхшәр бөтһөн, барлыҡ ир- егеттәребеҙ имен - һау ҡайтһындар, тип ошо көндәрҙә Хәйбулла районында Аҡ ҡорбан салынды.

Хәйбулла районында Ак ҡорбан салынды!
Хәйбулла районында Ак ҡорбан салынды!

Илдәребеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ имен,күңелдәребеҙ тыныс булһын, илебеҙгә янаған афәт, ҡурҡыныс мәхшәр бөтһөн, барлыҡ ир- егеттәребеҙ имен - һау ҡайтһындар тип ошо көндәрҙә Хәйбулла районында Аҡ ҡорбан салынды.
Аҡ ҡорбан ите Иләс, Аҡъяр, Ивановка, Бурибай мәсеттәренә бүлеп таратылған. Шулай уҡ ғәзиз улдарын, ирҙәрен хәрби әҙерлек урынына оҙатҡан ата- әсәләргә лә, ҡатындарына ла Аҡ ҡорбан итен таратып бирелгән.
Барлыҡ Хайбулла халҡына, Әбйәлил районына, Ырымбурҙа йәшәгән туғандарға,таныштарга, Өфө ҡалаһында йәшәгәндәргә, ғөмүмән, ошо Ак ҡорбанға аҡсалата ярҙам иткән барлык халыҡҡа рәхмәт әйтә район халҡы. Улдарын көткән ата- әсәләргә, ирҙәрен көткән ҡатындарға , атайҙарын көткән балаларға Аллаһы Тәғәлә түҙемлек, сабырлыҡ бирһен, һәр кем ҡәҙерле кешеһен ҡыуанып ҡаршы алһын.

 

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас: