Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
3 Октябрь 2022, 09:41

БӘХЕТҺЕҘ КЕШЕЛӘР

Шулай ул ожмах буйлап рәхәтләнеп йөрөп килә. Бик оҡшата был урынды. Ахырҙа фәрештәһенә өндәшә:  

БӘХЕТҺЕҘ КЕШЕЛӘР
БӘХЕТҺЕҘ КЕШЕЛӘР

Кеше ожмахҡа эләгә. Тирә-яҡҡа ҡараш ташлай: әҙәмдәр шат йылмайған, бәхеттәре йөҙҙәренә сыҡҡан, һағыш нимә икәнен дә белмәйҙәр. Бөтәһе лә уны дуҫтарса сәләмләй, изге теләктәрен әйтә.
Шулай ул ожмах буйлап рәхәтләнеп йөрөп килә. Бик оҡшата был урынды. Ахырҙа фәрештәһенә өндәшә:
– Тамуҡты ла ҡарарға мөмкинме икән? Шул тиклем күргем килә!
– Ярай, киттек, күрһәтәм, – тип ризалаша фәрештә.
Улар тамуҡҡа барып инә. Кеше аптырауға ҡала: шул уҡ ожмах! Тик бында әҙәмдәр генә икенсе төрлө: уҫалдар, әрләшәләр, бербереһен төкөп үтеп китәләр, үсегешәләр.
– Бында бит ожмахтағы кеүек үк! – Кеше йәнә фәрештәгә мөрәжәғәт итә. – Бер айырма юҡ! Ниңә һуң улар шул тиклем бәхетһеҙҙәр?
– Сөнки улар ожмахта яҡшыраҡ тип уйлай, – тип яуап ҡайтара фәрештә.
МӘҢГЕ ҠӘНӘҒӘТҺЕҘ, КӨНСӨЛ КЕШЕЛӘРҘЕ ҺӨҘӨМТӘЛӘ ТИК БӘХЕТҺЕҘЛЕК КӨТӘ. УНДАЙҘАР УРАТЫП АЛҒАН МАТУРЛЫҠТЫ ЛА, ИЗГЕЛЕКТЕ ЛӘ КҮРЕРГӘ ҺӘЛӘТҺЕҘ. ШУҒА ВАҠ-ТӨЙӘККӘ ЛӘ ҠЫУАНЫРҒА, БУЛҒАНЫНА ШӨКӨР ИТЕП, ҺӘР НӘМӘЛӘ ЯҠШЫЛЫҠ ЭҘЛӘРГӘ ТЫРЫШЫРҒА КӘРӘК.

Автор:Айнур Акилов.
 
"Шоңҡар" журналы.
Автор:
Читайте нас: