Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
21 Сентябрь 2022, 09:33

Иң сауаплы ғәмәлдәр

..

Иң сауаплы ғәмәлдәр
Иң сауаплы ғәмәлдәр

Иң сауаплы ғәмәлдәр Мәсет һалыу. Аллаһ ризалығы өсөн мәсет һалыусыға – ул мәсет ҡош ояһы саҡлы ғына булһа ла – Аллаһ Тәғәлә Ожмахта йорт һалыр. Донъя малын Аллаһ юлында тотоноу. Көн һайын иртән, Аллаһ ҡолдары уянғанда, күктән ике фәрештә төшөп, береһе: «Йә Аллаһ, үҙенең малын (Аллаһ юлында) тотоноусыға уны кире ҡайтар!» - тип, ә икенсеһе: «Йә Аллаһ, һаранды һәләк ит!» - тип доға ҡылалар.   Зөлхизә айының беренсе ун көнөндә яҡшы ғәмәлдәр эшләү. Яҡшы ғәмәлдәр ниндәй генә көндә эшләнмәһен, зөлхизә айының беренсе ун көнөндә эшләнгәндәрен Аллаһ Тәғәлә нығыраҡ ярата. Хатта был көндәрҙә Аллаһ юлында йыһат ҡылыу ҙа ҡалған көндәрҙә ҡылынған йыһатҡа ҡарағанда яҡшыраҡ. Был Аллаһ хаҡы өсөн йыһатҡа сығып, мал-мөлкәтен дә ошо юлда сарыф итеп, үҙе шәһит булғандарға ғына ҡағылмай (йәғни, бүтән айҙарҙа ошо рәүешле шәһит булғандар зөлхизә айында шәһит булғандарҙан кәм түгел). Ҡорбан салыу. Ҡорбан салыу – Ибраһим пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм сөннәтенән. Салынған малдың һәр бөртөк йөн һәм сәсе өсөн бер яҡшы ғәмәл яҙыла.   Өйгә ингәндә һәм ашар алдынан «бисмиЛләһ» тип әйтеү. Кеше өйгә ингән саҡта һәм ашар алдынан Аллаһты иҫкә алып зикер әйтһә («Бисми-Лләһ» тиһә), шайтан үҙенең иптәштәренә: «Бында һеҙгә йоҡлар урын да, ризыҡ та юҡ!» - ти. Инде әгәр кеше өйгә ингәндә Аллаһты иҫкә алмаһа, шайтан үҙенең иптәштәренә: «Һеҙ йоҡлар урын таптығыҙ!» - ти. Әгәр ҙә кеше Аллаһ Тәғәләне тамаҡ ашар алдынан да иҫкә төшөрмәһә, шайтан: «Һеҙ йоҡлар урын да, ризыҡ та таптығыҙ!» - ти.

Ашағандан һәм эскәндән һуң Аллаһҡа маҡтау һүҙҙәре әйтеү.
Кем ашағандан һуң: «Әлхәмдүли-Лләәһи-лләҙии атғәмәнии һәәҙә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡүүәһ!» - тип әйтһә, шуға быға тиклем булған ваҡ гонаһтары ғәфү ителәсәк.
الحمدُ للهِ الذي أَطْعَمَنِي هَذَا، وَرَزَقَنِيهِ مِنْ غَيرِ حَوْلٍ مِنِّي وَلَا قُوَّةٍ
Мәғәнәһе: «Хәйлә-көс түкмәһәм дә, мине ошоноң менән ашатҡан, ошоноң менән ризыҡландырған Аллаһҡа маҡтау!»


Саҙаҡа биреү.
Бер мәл Аллаһ рәсүле ﷺ: «Бер дирхәм йөҙ мең дирхәмде уҙып китте», - тигән. Шул саҡ кешеләр: «Йә Рәсүләллаһ, нисек инде улай?» - тип һорағандар. Ул: «Ике дирхәме булған кеше бер дирхәмен саҙаҡа итеп бирә, ә икенсеһе, ҙур-ҙур байлыҡтарға эйә булып та, шуның йөҙ мең дирхәмен саҙаҡаға тотона», - тип яуаплаған. Йәғни, шулай итеп, ярты байлығын – бер дирхәмен саҙаҡа итеп биреүсе кеше миллионлаған аҡсаһы булған кешене уҙҙыра!

 Ағас һәм башҡа үҫемлектәр ултыртыу.
Емеш бирә торған үҫемлек ултыртып, уның емештәрен кешеләр, ҡоштар һәм хайуандар ашап торһалар, мосолманға бының өсөн саҙаҡа сауабы яҙылып торор.

 Бурысҡа аҡса биреү.
Дин ҡәрҙәшенә ике тапҡыр бурысҡа аҡса биреп торған кеше ошо аҡсаларҙы бер тапҡыр саҙаҡаға биргән кеше кеүек үк әжер алыр.

 Аласаҡты кисектереү.
Кешегә бурысҡа аҡса биреп тороп та, ул уны ваҡытында ҡайтара алмаһа, уға өҫтәмә ваҡыт биреүсегә шул һәр көнө өсөн саҙаҡа сауабы яҙылыр. Инде бынан һуң да тағы ваҡыт кәрәк булып, ул да бирелһә, бының өсөн икеләтә саҙаҡа сауабы яҙылып торор, иншәАллаһ.

 Бурысты ғәфү итеү.
«Бер кеше бүтәндәргә бурысҡа аҡса биреп йөрөгән һәм үҙенең хеҙмәтсеһенә: «Әгәр һин ауыр хәлгә ҡалыусы кешегә килеп, ул беҙгә бурысты ҡайтара алмаһа, уны ул бурыстан азат ит. Бәлки, Аллаһ та беҙҙе Уттан азат итер», - тип әйтер булған. Һәм Аллаһты осратҡас (үлгәс), Аллаһ уны, ысынлап та, Уттан азат иткән», - тип һөйләнелә хәҙистәрҙә.

 
Кем дә кем мөьминде бер донъяуи бәләнән азат итә, Аллаһ Тәғәлә шуны Ҡиәмәт көнөнөң бер ҡайғыһынан азат итер. Ә кем ауыр хәлгә ҡалған ҡәрҙәшенең хәлен еңеләйтә, Аллаһ Тәғәлә уның хәлен был донъяла ла, теге донъяла ла еңеләйтер. Ә кем берәй мосолманды ҡаплаһа (гонаһын йәшерһә, һаҡлап ҡалһа), шуны Аллаһ Тәғәлә киләһе тормошта ҡаплар (йәғни уның гонаһтарын, оят эштәрен бүтәндәр алдында әйтмәҫ).

Нәфел (ирекле) ураҙа тотоу.
Кем Аллаһ ризалығы өсөн бер көн нәфел ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә уның йөҙөн Тамуҡтан етмеш йыллыҡ юл арауығына йырағайтыр.

Ай һайын өс көн һәм шулай уҡ Ғәрәфәт һәм Ғәшүрә көндәрендә ураҙа тотоу.
Ай һайын өсөшәр көн нәфел ураҙа тотоп, аҙаҡ Рамаҙан айында тулыһынса ураҙа тотоу йыл буйы бер өҙлөкһөҙ көйө ураҙа тотоуға бәрәбәр.   Ғәшүрә көнөндәге ураҙа үткән йылдағы гонаһтарҙы юя.
 Ғәрәфәт көнөндәге ураҙа иһә үткән йылдағы һәм киләһе йылдағы гонаһтарҙы юя.

Шәүүәл айындағы алты көнлөк ураҙа.
Кем Рамаҙан айында тулыһынса ураҙа тотоп (был һәр кем өсөн фарыз), уның артынса шәүүәл айында алты көн ураҙа тотоп ҡуя, шул йыл буйы өҙлөкһөҙ ураҙа тотҡан шикелле булыр.


Ғилем эйәһенең әжере.
Белемле һәм белемһеҙ кеше араһындағы айырма бик ҙур. «Ғилемле кешенең ябай ғибәҙәт ҡылыусынан өҫтөнлөгө минең һеҙҙең арағыҙҙағы иң түбән кешенән өҫтөн булыуыма тиң», - тигән Аллаһ рәсүле ﷺ. Тағы ла ул ﷺ шулай тигән: «Аллаһ Тәғәлә, Уның фәрештәләре һәм күк менән ер араһында йәшәүселәрҙең барыһы ла − хатта ҡырмыҫҡа ла, хатта диңгеҙҙәге балыҡ та – кешеләрҙе яҡшылыҡҡа өйрәтеүсе өсөн фатиха әйтә».


"Ваҡыт!" ( "Һауа" төркөмө сәхифәһенән)

 

 
Автор:
Читайте нас: