Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
16 Сентябрь 2022, 11:08

ҠУНАҠ ЙОРТҠА БӘРӘКӘТ АЛЫП КИЛӘ

Исраф итеүселәр - шайтандың бер туғандары”, - тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Хәҙер иһә аш-һыу бигерәк күп әҙерләнә. Әллә йомартлыҡ күрһәтәбеҙ, әллә битебеҙгә ҡыҙыллыҡ килмәһен тип тырышабыҙ.

ҠУНАҠ ЙОРТҠА БӘРӘКӘТ АЛЫП КИЛӘ
ҠУНАҠ ЙОРТҠА БӘРӘКӘТ АЛЫП КИЛӘ

“Аллаһтан башҡа Илаһтың булмауы хаҡында хәҡиҡәтте онотма. Үҙеңдең дә, өммәтеңдәге ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың да гонаһтары ярлыҡаныуын һора”.
“Әл-Ҡыйтал” (“Мөхәммәд”) сүрәһе, 19-сы аят.

Халҡыбыҙҙа Ҡөрьән мәжлестәре уҙғарыу күркәм дини йолаларҙың береһе һанала. Ул, әлбиттә, фарыз ғәмәл түгел, һәр кем теләге буйынса үткәрә.
“Ҡунаҡ йортҡа үҙе менән бәрәкәт алып килер”, - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм һәм ҡунаҡ итеүҙең хикмәттәрен өйрәткән. Һәр мәжлес,Ғәйет байрамымы ул, әллә никах, исем туйымы - барыһы ла үҙенсә мөһим. Уларҙа Ҡөрьәндән сүрәләр уҡыла, вәғәздәр тыңланыла.
Мәйет оҙатыу, баҡыйлыҡҡа күскәнде иҫкә алыу сараларында туғандар, дуҫиш, ауылдаштар бер-береһенең ҡайғыһын уртаҡлаша. Мин үҙем мулла вәғәҙҙәрен тыңлап,белгәндәремде иҫкә төшөрөп, яңыларынан фәһем алып ҡайтам. Саҡырһалар , борсоған һорауҙарымды йыйып яҙып алып барам.Был әнгәмә бөтә ҡунаҡтарға файҙалы.

Ғалимдарҙың фекеренә таянып, мәжлестең шарттарын ҡыҫҡаса ғына аңлатып, иҫегеҙгә төшөрөп үтәйем. Унда фәҡәт хәләл ризыҡ, ҡатнашыусылар мосолманса кейенгән булырға тейеш. Телефондарҙы һүндереү, бер-берең менән һөйләшмәү, сабыйҙарҙы башҡа бүлмәгә индереп тороу, саҙаҡаны күрһәтмәйенсә, уң ҡулың менән уң ҡулға ихлас күңелдән биреү шарт. Аш әҙерләгәндәргә үҙ эше менән булашырға рөхсәт ителә, йәғни уларҙы доға ҡылған һайын саҡырыу мотлаҡ түгел. Имам-хатипты, ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алыу һәм оҙатыу мөһим.

Ҡөрьән сүрәләре, доғалар уҡып бөтөлгәс, тоҙ ҡабыуға бәйле бәхәстәр сығып тора. Был ғәҙәт Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең хәҙисенән килеп сыҡҡан. “Ашар алдынан һәм ризыҡланғандан һуң аҙ ғына тоҙ ҡабып ҡуйған кеше 360 ауырыуҙан һаҡланыр”, - тигән Пәйғәмбәребеҙ. Был йәһәттән заман ғалимы Б. Болотов та: “Ундай кешеләр яман сир менән ауырымай”, - тип яҙа.
Мәжлесте йола үтәү түгел, ә Аллаһтың ризалығын алыу, әруахтарҙың рухын шатландырыу өсөн, Раббыбыҙҙың гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын һорап, балаларыбыҙҙың дөрөҫ юлдан барыуын, именлек теләп үткәрергә кәрәк тип иҫәпләйем.

Элек ауылдарҙа Ҡөрьән аятын төштән һуң уҡытмаҫҡа тырышалар ине. Сауабы аҙ була, тинеләр. Хәҙер иһә, муллаларға бер көн эсендә ике-өс урынға барырға тура килгәнлектән, һуңлап булһа ла уҡыталар. Дини остаздарыбыҙ кешенең саҡырыуын кире ҡаҡмаҫҡа тырыша. Ҡайһы саҡта, ваҡыт тығыҙ булғанлыҡтан, бәғзе бер муллалар вәғәздәрен ҡыҫҡа тота, уларҙың ҡунаҡтар менән аралашырға мөмкинлеге лә ҡалмай. Ә бит хужалар был мәжлесте йыйыр өсөн әллә күпме көс түккән, бар хәленсә тырышҡан. Улар балаларының да өгөт-нәсихәт тыңлауын, дингә яҡынайыуын өмөт итә. Ләкин, алда әйтелгән сәбәптәр буйынса, мәжлестең төп нигеҙе ашау-эсеүгә генә ҡайтып ҡала кеүек. Ошоға ныҡ күңелем әрней. Был, әлбиттә, ғилемле хәҙрәттәр етешмәгәнлектән килеп сыға.

“Аллаһ юлына хикмәт, күркәм вәғәз менән саҡырығыҙ", - тиелгән изге “Ҡөрьән”дә. Ғалимдар мәжлестә ҡулды бик оҙаҡ күтәреп тороп доға ҡылыуҙы хупламай. Шулай уҡ әруахтарға аят бағышлағанда хужаның ҡағыҙ тултырып яҙған исемлеген уҡыуҙың кәрәге юҡ, ти уҡымышлы хәҙрәттәр. Дөйөмләштереп әйтеү мөһим. Хужа был исемдәрҙе эстән генә уйлап ултырырға тейеш, йә булмаһа, үҙе тиҙ генә әйтеп сыҡһа ла була.

Ниндәй сәбәп менән уҡылһа ла, Ҡөрьән - Аллаһ Тәғәлә алдындағы сауаплы ғәмәл. Бағышлау ҡыҫҡа, үҙенә күп мәғәнәне туплаған доға менән башҡарылһа, күркәм була, тип уйлайым. Хәйер биргәндә лә махсус доғалар уҡылһа, яҡшыраҡ. Мәйетте көткәндә иһә һүҙле доға ҡылыу килешмәй.

Артабанғы һүҙем исраф тураһында. Һәр сараны ғаиләнең матди хәленә зарар килтермәйенсә, ғәҙәти рәүештә үткәрергә тырышыу зарур. “Исраф итеүселәр - шайтандың бер туғандары”, - тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Хәҙер иһә аш-һыу бигерәк күп әҙерләнә. Әллә йомартлыҡ күрһәтәбеҙ, әллә битебеҙгә ҡыҙыллыҡ килмәһен тип тырышабыҙ. Үҙемә ҡалһа, туйырлыҡ ҡына итеп сама менән бешерергә тырышам. Шулай ҙа ниндәй фекер менән ҡайтҡандарҙыр, тигән һүҙҙе шайтан күңелгә кертә.
Дини мәжлестәр исраф мәжлесенә әүерелмәһен” тигән ине Вәлиулла Яҡупов (дини ғалим, мәрхүм герой).

Кеше менән бергә былай ҙа күп ашала. Ныҡ туйған тамаҡ иһә йөрәкте томалай, фекерләү ҡеүәтен кәметә. Шуның өсөндөр инде, доға ҡылынғас, ниңә килгәнде лә онотҡандай, гөрләшә башлайбыҙ. Мулланы оҙатҡас, яулыҡтар сиселә, беләктәр, аяҡтар күренә. Ә ундай ерҙән фәрештәләр ҡаса. Тимәк, мәжлесте файҙаһыҙға үткәрҙек килеп сыға түгелме?
Саҙаҡаны күп таратыу ҙа исрафҡа инә. Яулыҡ, таҫтамалға ҡушып, аҡса ла өләшәбеҙ. Хужа, әруахтың (кемгә доға ҡылдыра) рухына бағышлап, хәйерҙе тотошлай бер генә мохтажға биреп, уны шатландырһа, сауаплыраҡ була түгелме? . Мәҫәлән, шул уҡ ҡунаҡта ҡатнашҡан шәкерткә йәки динебеҙ үҫһен тип тырышҡан шул мулла мәсеткә тапшырһа, сауаплыраҡ булыр ине.

Унан һуң артыҡ тауышлы, мәшәҡәтле ғәмәл - күстәнәс өләшеү. Хужалар көсләп-көсләп муллаға ла, ҡунаҡтарға ла тоҡсайҙарға күстәнәс тултыра, икенсе блюдоны (улар ҡай саҡ 2-3 була) тотошлайы менән тоҡсайға һалабыҙ. Кеше араһында шундай хәбәр йөрөй, йәнәһе, бер мулла көнөнә 2-3 мәжлескә бара, ғаиләһе бәләкәй, күстәнәстәрен этенә ашата икән. Ҡайҙа ҡуйып бөтһөн инде! “Ашағыҙ, әсегеҙ, саҙаҡа өләшегеҙ, ләкин исраф һәм тәкәбберлек ҡушылмаһын", - тигән бит Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең мөбәрәк хәҙисендә. Шуға күрә был эште ҡунаҡтарҙың үҙ яйына ҡуйырға ,һәм ипләп кенә үҙе теләгән ризыҡты , өйҙә күстәнәс көткән кеше булһа, алыу яҡшыраҡтыр. Хәҙер Аллаға шөкөр, туҡлыҡ ваҡыт. Әсәйҙәр ҡунаҡтан ҡулъяулыҡ осона шәкәр киҫәге төйнәп алып ҡайтҡандарын онотмайыҡ, ә беҙ-сабыйҙар ул күстәнәсте нисек көтә инек! Минең үҙем башта алмай инем. Ул ваҡытта хужабика бик хафалана, үпкәһен белдерә, ваҡыты былай ҙа тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, һиңә уны сарыф итә. Ошо уй минең башҡа барып еткәс, һүҙһеҙ алам, үҙемә кәрәкмәһә лә. Күрше әбейгә кертәм, ә уның тәмле аштар бешерә торған ваҡыты үткән. Хужалар әҙерләгән ризыҡтарҙы һәр береһенән ауыҙ иттерәһе килә бит инде. Мин был турала яҙып та, һөйләп тә ҡарап, ошондай ғөрөф - ғәҙәтте туҡтатып булмағанын аңланым.
Мәжлестәребеҙҙе аңлы рәүештә, файҙалы, күңелебеҙҙе, дини ғилемебеҙҙе үҫтерерлек, балаларыбыҙға матур үрнәк күрһәтерлек итеп үткәрергә өйрәнһәк ине.

Зәйтүнә Көҫәпова.

"Шоңҡар" журналы.

Фото:pulslive.com

 

Автор:
Читайте нас: