Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
14 Сентябрь 2022, 11:27

"Теге" донъянан... хәбәрҙәр

Бер көндө танышым шылтыратты. «Аҡылдан яҙам буғай мин. Теге донъя тигәндәренә ышанмаҫ ереңдән ышанырһың», – ти был. Шунан һуң, тауышын кәметә төшөп, бышылдауға күсте: «Телефоныма «теге»нән хәбәрҙәр килә башланы бит», – тип өҫтәне.

"Теге" донъянан... хәбәрҙәр
"Теге" донъянан... хәбәрҙәр

Һиҙеп торам: үҙе лә байтаҡ ҡурҡҡан, минең дә тыныслығымды алды. Ҡото ботона төшкән тиәр инем, телефон аша ғына аралаштыҡ. Шулай ҙа тауышының ҡалтыранып сығыуынан хәленең шаҡтай мөшкөл булыуын күҙаллау ауыр булманы. Нисек инде дуҫыңды ауыр хәлдә яңғыҙын ҡалдыраһың? Күстәнәстәр алдым да, киттем бының өйөнә. Ул да мине көтөп торған - өҫтөмдө һалып, түргә уҙыуымды ла көтмәҫтән, һүҙ башланы.

– Яҙ башында бер хеҙмәткәребеҙ юл фажиғәһенә эләгеп һәләк булғайны. «Йәш кеше бит, ваҡытһыҙ өҙөлгән сәскә кеүек ғүмер», - тип бик ҡайғырыштыҡ. Юғалтыу һәр саҡ ауыр була. Дуҫтарҙы, көн дә аралашҡан хеҙмәткәрҙәрҙе юғалтыу - бигерәк тә. Мин дә тиҙ генә аңыма килә алманым. Ләкин бер ҡырҡ көн тирәһе үткәс, телефонымда уның номеры тағы ла пәйҙа булмаһынмы?! Уны телефонымдан юйған инем бит. Нимә уйларға ла белмәнем, смс-калар килә башлағас, төн йоҡоларым ҡасты. Өҫтәүенә, ул хәбәр хәрефтәр менән түгел, серле һандарҙа, әллә ниндәй шифрҙар менән килә.

Шунда ҡайһылыр бер гәзиттә мәҡәлә уҡығаным исеме төштө. Унда вафат булған атай кеше, етем ҡалған ғаиләһенә ярҙам итергә  теләп, телефондан һандар әйткән һәм тап шул һанлы лотерея билеты машина отҡан, имеш. Донъяла ни генә булмаҫ. Миңә шулай машина ота торған билет номерын әйтерҙәр дип уйламайым. Шулай ҙа ҡурҡыта. Һинең фани донъялағы һуңғы көнөңдө хәбәр итһә, нишләрһең. Яуап яҙырға ла батырсылыҡ итмәйем. Ҡул бармай. Ә бит беләһең, мин ҡурҡа торғандарҙан түгел. Эске эштәрҙә эшләйем. Хатта Чечняла командировкала булып, миҙал алып ҡайттым. Ә бында смс-канан ҡурҡып тор инде.  Бала саҡта епшек көндө Ҡар бабай яһай инек бит, тәгәрәткән һайын ҡар күберәк йәбешә ла ҙурая. Бында ла шулай. Ҡурҡҡан һайын нығыраҡ ҡурҡаһың икән ул, – тип һөйләне танышым.

– Әйҙә, йүләрләнеп ултырма, бына мин булғанда шылтырат ул номерға! – тинем, иҫем китмәгән төҫ сығарырға тырышып.

Башта, юҡ-юҡ, тип киреләнеп маташҡан ине лә, шунан бөтә батырлығын йоҙроғона туплап, таныш номерҙы йыйҙы. Бик оҙаҡ шылтырағандан һуң ғына алдылар. Трубканың теге башында яуап ишетелгәнсе нисә  үлеп, нисә терелгәнен үҙе генә белгәндер. Йөҙө – ҡып-ҡыҙыл күмәс, һуңынан кәфен төҫөнә керҙе.  Алдылар, ләкин өндәшмәйҙәр. Тубыҡ быуындарыма тиклем ҡалтырай башланы.

Ярай әле, беҙҙе был донъяға кире ҡайтарып, туҡтай яҙған йөрәктәребеҙҙең тибешен яйға һалып, телефондан яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде. Был теге үлгән ирҙең тол ҡалған ҡатыны ине. Һөйләшә торғас, шул аңлашылды: смс-каларҙы мәрхүмдең өс йәшлек ҡыҙы ебәргән икән. Яҙа белмәй, телефондағы һандарға шаяртып ҡына баҫҡан булған.

Хәйер, мин уның аҙағы шулайыраҡ булаһын самалаған инем инде. Был хаҡта хәбәр итеү менән, берәй бала шаярталыр тип уйлағайным.  «Ҡурҡҡанға - ҡуш, ҡойроғо менән биш», - ти ине минең өләсәй. Тап шулай...

Й.Шарапова.

 

Сығанаҡ: "Ватандаш" журналы.

Автор:
Читайте нас: