Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
9 Сентябрь 2022, 14:21

Ғибәҙәтебеҙҙең асылы – доға

Доға – көсһөҙлөгөбөҙҙө һәм ярҙамға мохтажлы­ғыбыҙҙы танып, Аллаһы Тәғәләгә йүнәлеү, Унан ярҙам һорау. Раббыбыҙға иң яҡын булған бер мәл ул. Доға ҡылғанда, устары­быҙҙы асып һорайбыҙ һәм үтенәбеҙ, Хоҙайға теләк­тәребеҙҙе белдерәбеҙ.

Ғибәҙәтебеҙҙең асылы – доға
Ғибәҙәтебеҙҙең асылы – доға

Доға өсөн махсус урын һәм ваҡыт кәрәкмәй. Һәр ваҡыт һәм бөтә ерҙә лә доға ҡыла алабыҙ. Әммә ҡайһы бер ваҡыт һәм ҡайһы бер урын доға ҡылыу өсөн иң яҡшыһы һанала. Изге көндәр һәм төндәр, йома көнө, ифтар һәм сәхәр ваҡыты – былар доға өсөн айырым бәрәкәткә эйә ваҡыт. Ҡәғбә һәм Ғәрәфәт – доғалар ҡабул ителгән мөбәрәк урындар. 
Аллаһы Тәғәлә ихлас күңелдән ҡылынған доғаларҙы ҡабул итә. Доға ҡылған ҡолдарын буш ҡалдырмай. Әммә доғаның ҡабул ителеүен ашыҡтырмаҫҡа кәрәк, сөнки Аллаһы Тәғәлә ҡоло өсөн нимә изгелек булып килерен бөтәһенән дә яҡшыраҡ белә.
Бәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) был хаҡта әйткән: «Һәр берегеҙҙең доғаһы, ашыҡтырып: «Күпме тапҡыр Раббымдан һораным, тик Ул минең доға­ларымды ҡабул итмәне», – тип әйткәнгә ҡәҙәр ҡабул ителә» (Бохара, Дәғүәт, 22). 
Доға – ғибәҙәт, ул Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәлә менән һәр ваҡыт бәйләнеш тоторға ярҙам итә. Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәләне, ауыр ваҡыттарҙа иҫкә алған кеүек, муллыҡ һәм тыныслыҡ ваҡытында ла иҫебеҙгә төшөрәбеҙ, һәр уңайлы осраҡта Уға ялбарабыҙ. 
Башҡаларҙың рәхмәтенә ирешеү  доға ҡылыу кеүек үк мөһим. Әсәйҙәргә өҫтәл әҙерләргә ярҙам итеү, кемгәлер һыу биреү, бәләгә эләккән дуҫыңа ярҙам итеү, атай һәм әсәйеңдең, бигерәк тә мөьмин һәм ғалим булған уҡытыусыларыбыҙҙың, ҡунаҡтарҙың, күршеләрҙең, етемдәрҙең, фәҡирҙәрҙең, өлкәндәрҙең рәхмәтен алыу – хуплауға лайыҡ ғәмәлдәр. Үҙебеҙ ҙә улар өсөн, мосолман ҡәрҙәштәребеҙ өсөн доға ҡылырға тейешбеҙ. Бәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Доға – ул ғибәҙәттең асылы» (Тирмиҙи, Дәғүәт, 1). 
Аллаһы Тәғәлә бойора («Әл-Баҡара» (Һыйыр) сүрәһе; 2:165): «Исламға кил­гәндәрҙең Аллаға булған мөхәббәттәре иһә уларҙыҡына ҡарағанда күп тапҡырға артыҡ».
Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәлә бойора  («Ғимран» (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе; 3:31): «(Рәсүлүллаһ) Һин әйт:
– Әгәр Алланы яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ (Исламды ҡабул итегеҙ). Алла һеҙҙе яратыр һәм гонаһтарығыҙҙы ярлыҡар, – тип.  –  Алла – Ярлыҡаусы, киң күңелле, ғәфү итеүсе».
Бәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Именлек һәм муллыҡ осоронда Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәләне хәтереңдә тот, һин ҡыҫырыҡланған ваҡытта, Ул һине иҫләр» (Әхмәд бин Хәнбәл, Муснәд, I). 
Йә, Алла! Мөхәммәттең өммәтен һаҡла! Гонаһтарын ярлыҡа. Үҙеңдең мәрхәмәтең менән ярҙамыңдан айырма.

Автор:Зухра Ягудина.
Автор:
Читайте нас: