Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
8 Август 2022, 10:53

Гонаһтар кисерелер көндәр

“Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм Рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала йөрөгән кеүек булыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йылда һәм быйыл ҡылынған гонаһтарҙы кисерер, тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа өсөн Аллаһ былтырғы гонаһтарҙы юйыр, тип ышанам”...

Гонаһтар кисерелер көндәр
Гонаһтар кисерелер көндәр

Бер хәҙистә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең: “Рамаҙандан һуң иң яҡшы ураҙа – Аллаһ Тәғәләнең мөхәррәм айында”, – тигәне мәғлүм (Мөслим йыйынтығынан). Иғтибар итһәгеҙ, был хәҙистә мөхәррәм “Аллаһтың айы” тип аталған, һәм был уның бөйөк дәрәжәһен иҫбатлай. Тәбиғиндәрҙән булған Хә́сән әл-Басри́ тигән мәшһүр ғалимдың шундай һүҙҙәре лә билдәле: “Рамаҙандан һуң мөхәррәм кеүек бөйөк ай юҡ!” Элек-электән мөхәррәм айында гонаһ ҡылыу һәм һуғыштар ҡәтғи тыйылған булған.

Мөхәррәм айының тағы ла бер үҙенсәлеге – уның “Ғәшүрә́” тип аталған унынсы көнө. Был көндө ураҙа менән үткәреү бик хуп күрелә, ул турала хәҙистәр байтаҡ. Мәҫәлән, әр-Рубәййә бинт Мүғәүүиҙ тигән сәхәбә ҡатын (Аллаһ унан риза булһын) шулай тип һөйләгән: “Ғәшүрә көнөнөң уртаһында Пәйғәмбәр ансарҙар йәшәгән ауылға бер кешене ебәрҙе һәм уларға: “Кемегеҙҙер бөгөн ураҙа тотмай икән, көндөң аҙағына тиклем ашау-эсеүен туҡтатһын, ә иртәнән бирле ураҙа тотҡандар асығыуын дауам итһен”, – тип әйтергә ҡушты. Бынан һуң беҙ ураҙа тоттоҡ һәм балаларыбыҙҙан да шуны талап иттек. Кемеһелер асығып илай башлаһа, буялған йөндән уйынсыҡтар яһап, ифтар ваҡыты еткәнсе әүрәтеп торҙоҡ” (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан).

Ибн Ғәббәс (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт итеүенсә, Пәйғәмбәребеҙ Мәҙинәгә килгәндә йәһүдтәрҙең Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоуын күргән. Ни өсөн был көнгә әһәмиәт биреүҙәре тураһында һорағас, йәһүдтәр: “Был бөйөк көн! Тап ошо көндә Аллаһ Тәғәлә Исраил улдарын уларҙың дошманынан ҡотҡарҙы, һәм Муса был көндә ураҙа тота башланы”, – тип яуаплаған. Артабан Мөхәммәт пәйғәмбәр: “Мин һеҙгә ҡарағанда Мусаға яҡыныраҡ”, – тигән дә үҙе ураҙа тоторға керешкән һәм сәхәбәләргә лә шулайтырға бойорған (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан).

Бер мәл Ибн Ғәббәстән (Аллаһ унан риза булһын) Ғәшүрә ураҙаһы тураһында һорағастар, ул: “Пәйғәмбәрҙең Ғәшүрә көнөнән башҡа ниндәйҙер көндө өҫтөнөрәк күргәне өсөн ураҙа тотоуон белмәйем. Шулай уҡ Рамаҙандан башҡа ниндәйҙер айҙы өҫтөнөрәк күргәне өсөн унда ураҙа тотҡаны миңә билдәле түгел”, – тигән (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). Шулай уҡ Әбү Ҡатәдә әл-Ансариҙың (Аллаһ унан риза булһын) һөйләүенсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тигән: “Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм Рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала йөрөгән кеүек булыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йылда һәм быйыл ҡылынған гонаһтарҙы кисерер, тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа өсөн Аллаһ былтырғы гонаһтарҙы юйыр, тип ышанам” (Мөслим йыйынтығынан).

Пәйғәмбәребеҙҙең, Аллаһ Тәғәлә хозурына күсергә бер нисә ай ҡалғас: “Киләһе йылға тиклем йәшәһәм, туғыҙынсы мөхәррәмдә лә ураҙа тотасаҡмын”, – тигәне билдәле (Мөслим йыйынтығынан). Ләкин уға киләһе мөхәррәмгә тиклем йәшәргә насип булмаған. 

Ғәшүрә көнөндә тотҡан ураҙабыҙ ҡабул ҡылынып, үткән йылдағы хаталарыбыҙҙан таҙарынырға, яңы йылды икенсе хәләт менән башларға, ниндәйҙер билдәле көндәрҙә генә түгел, ә бөтә ваҡытта ла ысын мосолманса йәшәргә насип булһын.

Әбү Әхмәттең "Йома хөтбәләре" китабы буйынса.

Автор:Гузель Салихова.
Автор:
Читайте нас: