Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
20 Июль 2022, 11:30

ГРАН -ПРИ - бөрйәндәр менән хәйбуллаларҙа!

Динде таратыуҙа ҡатын -ҡыҙҙың роле

ГРАН -ПРИ - бөрйәндәр менән хәйбуллаларҙа!
ГРАН -ПРИ - бөрйәндәр менән хәйбуллаларҙа!

Остазыбыҙ,мөғәллимәбеҙ ,Рәсүл хәҙрәтебеҙҙең хәләл ефете Лилиә Муса ҡыҙы Мөхәмәдйәнованың идеяһы менән Урал аръяғы райондарын йәлеп иткән дини конкурс (ҡатын -ҡыҙҙар араһында), ниһайәт,Ғәҙелгәрәйҙә гөрләп үтте.
Бөгөн Урал батыр төйәгенә Сибай ҡалаһынан,Баймаҡ,Хәйбулла,Йылайыр райондарынан килгән командалар һәм бөрйәндәр араһында Ҡөрьәнде тәджүид менән уҡыу һәм ҡағиҙәләрҙе аңлатыу,пәйғәмбәрҙәр тураһында хәҙистәр (Бохари)буйынса сәмле конкурс үтте.
Башҡортостан Республикаһы мөслимәләре союзы етәксеһе Розалия Иҙрис ҡыҙы Халиҡова , мөғәллимәләр Лилиә Мөхәмәдйәнова,Гөлнора Хоҙайназаровалар составындағы жюри ҡарары менән Гран -приға - Бөрйән,Хәйбулла райондары командалары,1 -се урынға -баймаҡтар, 2 -сегә - йылайырҙар,3 -сө урынға сибайҙар лайыҡ булды.
Афариндар,Миңлегөл апай Ғәлина ,Рәзифә апай Нәбиуллина һәм РИУ талибәһе Дилбәр Ғәлиевалар!
Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Аллаһ риза булһын!

https://vk.com/tan_gazite

 

Автор:
Читайте нас: