Атингән ауылында иман йорто төҙөлөшө дауам итә. “Фатима” мәсете бынан өс йыл элек урындағы фермер Вафа Тәлғәт улы Сурин башланғысы менән төҙөлә башлағайны. Бөгөн дә ул был изге эштең төп ойоштороусыһы һәм бағымсыһы булып тора. Төп төҙөлөш эштәре махсус бригада ярҙамында башҡарылһа, өмәләрҙә шулай уҡ ауылдың ир-егеттәе лә әүҙем ҡатнаша. Иман йортоноң төҙөлөш эштәрен Атингәндәр быйыл көҙ тамамларға ниәтләй. Эштәре уң, изге ниәттәре ҡабул булһын!
Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.