ИМАН
10 Июль 2022, 04:22

Ивановкала - Ҡорбан ғәйете

   

Ивановкала - Ҡорбан ғәйетеИвановкала - Ҡорбан ғәйете
Ивановкала - Ҡорбан ғәйете

Мосолмандарҙың төп байрамдарының береһе - Ҡорбан ғәйетен Ивановка ауылы халҡы ҙур күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды. Өс көн буйы дауам иткән изге Ҡорбан ғәйете барышында  диндарҙар бер-береһенә ҡунаҡҡа  йөрөй, хәйер-саҙаҡа тарата. Иртә менән байрамса кейенгән  халыҡ "Иҙрис" мәсетенә йыйылды. Ауылдың имам-хатибы Факил Торомтаев ауыл халҡын Ҡорбан байрамы менән тәбрикләп, вәғәз һөйләне. Байрамдың икенсе өлөшө мәктәп ашханаһында дауам итте. Бында һәр кем Тәлғәт Азаматов, Рәхимйән Акилов, Гөлсирә Карсанова, Гөлсирә Латышова ғаиләләре ниәт ҡылып салған ҡорбан аштарын ауыҙ итә алды.

 

Ивановкала - Ҡорбан ғәйете
Ивановкала - Ҡорбан ғәйете
Ивановкала - Ҡорбан ғәйете
Автор:Ивановка мәҙәниәт йорто
Читайте нас