ИМАН
27 Июнь 2022, 10:51

Башҡортостан мосолмандары Мәккәгә хаж ҡылырға юлланды

..

Башҡортостан мосолмандары Мәккәгә хаж ҡылырға юлландыБашҡортостан мосолмандары Мәккәгә хаж ҡылырға юлланды
Башҡортостан мосолмандары Мәккәгә хаж ҡылырға юлланды

Бөгөн Башҡортостан мосолмандарының икенсе төркөмө Мәккәгә хаж ҡылырға юлланды. Мәскәүҙән бөтәһе өс рейс ҡаралған. Сәфәр ҡылыусылар республикаға 12 июлдән һуң әйләнеп ҡайта. Төркөмдәрҙе табибтар оҙатып бара. Быйыл рәсәйлеләр өсөн квоталар ике тапҡыр кәметелгән. Бирелгән 900-гә яҡын квотаның 150-һе Башҡортостанға тура килә. Хаж ҡылырға теләүселәрҙең йәше 65-тән артмаҫҡа тейеш. 45 йәшкә тиклемге ҡатындар Мәккәгә ир туғандары йәки тормош иптәше оҙатыуында ғына юллана ала.

Автор:
Читайте нас