

Киркирә атлы бер кеше Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм ғаиләһендә хужалыҡ эштәрен алып бара. Ул үлеп ҡалғас пәйғәмбәребеҙ: “Уның урыны – утта! Өҫтөнә йөн елән кейгән хәлдә мин уны йәһәннәмдә күрҙем”,-тип белдерә.
Аптырап ҡалған сәхәбәләр Киркирәнең өйөнә китә һәм өйҙә ... табыш малы бүлгәндә йәшереп ҡалдырылған йөн кейем табалар.
“Бер ваҡытта ла ҡомһоҙ булмағыҙ! - тип өйрәткән пәйғәмбәр. Һеҙгә тиклем йәшәгәндәр үҙҙәренең ҡомһоҙлоғо сәбәпле һәләк булды. Ҡомһоҙлоҡ уларҙы ас күҙле булырға мәжбүр итте, улар ас күҙлегә әйләнде; ҡомһоҙлоҡ уларҙы ҡәрҙәштәре менән араларҙы өҙөргә мәжбүр итте, улар араларҙы өҙҙө; ҡомһоҙлоҡ уларҙы гонаһ эшләргә этәрҙе, улар гонаһ эшләне”.