ИМАН
12 Мая 2022, 09:17

Изге эш башҡарғандар

Байғускар ауылы халҡы иман йортонда өмә үткәргән

Изге эш башҡарғандарИзге эш башҡарғандар
Изге эш башҡарғандар

"Байғускар ауылының иман йортонда өмә үткәрҙек",- тип хәбәр итә ауыл халҡы.
"Билдәләнгән ваҡытҡа ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары һәм ир-егеттәре эш ҡоралдарын тотоп, мәсеткә йыйылды. Ир-егеттәр балаҫтарзы алып сығып, ҡағып, елдә елләтеләр, мәсет янындағы сирень ағастарының кипкән ботаҡтарын ҡырҡтылар. Ҡатын-ҡыҙҙар геү килешеп мәсетте эстән стеналарын аҡлап, тәҙрә, иҙән - түбәләрен йыуҙылар. Барыһы ла кутаренке күңел, ихласлыҡ менән үҙ эшен башҡарҙы. Дәррәү эшләгәс, эш тә ырамлы булды. Өмәгә килгән апай-инәйҙәргә, еңгәйҙәргә, ағай-кейәузәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ауылдаштар ошондай сараларҙа бик әүҙем, өйҙәрендәге эштәрен ситкә ҡуйып, ярҙам итергә әҙер торалар. Өмә тамамланғас, күңелдәребеҙҙә ниндәйҙер еңеллек тойоп таралыштыҡ. Иман йортобоҙ, беҙгә рәхмәт әйткәндәй, йылмайып балҡып оҙатып ҡалды".

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас