

“Йәмиғ” мәсетендә Лилиә абыстай Мөхәмәдйәнова ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яулыҡ бәйләү буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте.
Кейгән күлдәктәренең төҫөнә килеп кенә торған яулыҡ, палантин, шарфтан төрлөсә итеп бәйләнгән яулыҡтар гүзәл заттарҙың күңеленә хуш килде. Ысынлап та, яулыҡ ябынған ҡыҙҙарҙың күҙ алдында үҙгәреүенә шаһит булдыҡ. Яулыҡтар һәр береһенә килешеп, йөҙөнә төҫ биреп, һөйкөмлөлөк, нәфислек өҫтәне.Ысынлап та, килешле итеп яулыҡ япҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап ҡына тораһы килә.
--Мосолман ҡатындарына ғәүрәтен ҡаплап йөрөү мотлаҡ. Хәҙер магазиндарҙа ниндәй генә яулыҡтар, күлдәктәр юҡ. Ә ниндәй фасон, ниндәй төҫ һайлау – һәр кемдең үҙ эше. Сәскә матур прическа яһаған кеүек, яулыҡтарҙы ла төрлө ысул менән бәйләргә була. Хаҡтары ла ҡыйбат түгел,--тине Лилиә Мөхәмәдйәнова.
Намаҙ уҡығандан һуң, был көндө иман йортонда ифтар мәжлесе ойошторолдо.