

Сарала йәмғеһе 14 бала ҡатнашты. Күркәм байрамды йәмләп, Хәйбулла районының имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт һәм Муса хәҙрәт хәләл ефеттәре менән килде.
Бәйге һөҙөмтәләрен буйынса Гран-приға Йәмилә Бохарбаева лайыҡлы итеп билдәләнһә, 1-се урын Гөлсинә Атановаға бирелде. 2-се урында Батырхан Билалов, ә 3-сөлә - Диана Атанова. Ғөмүмән, һәр ҡатнашыусы иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Был матур байрамды үткәрергә булышлыҡ иткән бағымсылар булыуы ла бик ҡыуаныслы. Шулай уҡ район үҙәгенән килгән ҡунаҡтар ҙа буш килмәгән.
Сарала ҡатнашыусыларҙы изгелеккә, иманға, әхләҡҡа ынтылыш берләштерҙе. Киләһе йылда ла был байрам йәнә ойошторолоп изге йолаға әүерелер, артабан да нығыныр, киләһе йылға балалар тағы ла нығыраҡ әҙерләнеп, йәнә ошо бәйгегә йыйылыр тигән теләктә таралышты барыһы ла.
Бәләкәй генә булһалар ҙа, алдарына ҙур маҡсат ҡуйған, әҙәпкә тартылған йәш быуын үҫеп килеүе ҡыуаныслы. Иманлы балалар - иң ҙур байлыҡ, булыуын аңлаған ғаиләләр ишәйеүе менән дә көслө бөгөнгөбөҙ.