ИМАН
22 Апрель 2022, 10:10

Сәғүд Ғәрәбстанына хажға барыусыларҙы Өфөнән ебәреүҙәре ихтимал — Росавиация

-

Сәғүд Ғәрәбстанына хажға барыусыларҙы Өфөнән ебәреүҙәре ихтимал — РосавиацияСәғүд Ғәрәбстанына хажға барыусыларҙы Өфөнән ебәреүҙәре ихтимал — Росавиация
Сәғүд Ғәрәбстанына хажға барыусыларҙы Өфөнән ебәреүҙәре ихтимал — Росавиация

Федераль һауа транспорты агентлығы мосолмандарҙы бер нисә ҡаланан, шул иҫәптән Өфөнән хажға ебәреүҙе күҙ уңында тота. 2022 йылда Сәғүд Ғәрәбстанына авиаташыуҙарҙы ойоштороу буйынса кәңәшмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы.

Рәсәйҙең Хаж-миссияһы, Федерация Советы, Рәсәй төбәктәре, туроператорҙар һәм авиакомпаниялар вәкилдәре Мәскәү, Махачкала, Грозный, Минераль һыуҙар, Ҡазан һәм Өфө ҡалаларынан авиаосоштар ойоштороу мөмкинлеген ҡараны.

«Рәсәй авиакомпанияларының тура чартер рейстары мәсьәләһен, сит ил авиакомпанияларын йәлеп итеп, ғибәҙәт ҡылыусыларҙы өсөнсө илдәр аша алып барыу мөмкинлеген тикшерҙек», — тип хәбәр иттеләр Федераль һауа транспорты агентлығының матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-04-22/palomnikov-na-hadzh-v-saudovskuyu-araviyu-mogut-otpravlyat-iz-ufy-rosaviatsiya-2779961 

Автор:
Читайте нас