

Изгҽ Рамаҙан айында Быҙаулыҡ ауылында мәсет төҙөү буйынса тәүге өмәләр башланды.
Был сауаплы эшкә ир-егеттәр дәррәү тотондо. Һәр кеше үҙ өлөшөн индерергә тырыша: кемдер ҡул көсө менән терәк булһа, икенселәр аҡсалата ярҙам итә, бәғзеләре фәһемле кәңәштәрен бирә.