

Сараның ойоштороусылар - райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы, "Ғаилә" хеҙмәте, район хакимиәтенең хәстәрлек һәм ҡурсалау бүлеге, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы.
«Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һәм район имам-мөхтәсибенең хәләл ефете Лилиә Мөхәмәдйәнова сараның мәртәбәле ҡунаҡтары булды.
Йәнле һөйләшеү барышында ҡатын-ҡыҙ эскелеге проблемаһы тураһында фекер алышынды, эскелектән ҡотолоу юлдары ҡаралды.