Бөгөн ауылыбыҙҙың "Иҙрис" мәсетендә ифтар мәжлесе үтте.
Ауылыбыҙҙың "Ағинәйҙәр" клубы ысын күңелдән ошо мәжлесте ойоштороп, мосолман ҡәрҙәштәренә ауыҙ астырҙы.
Изге Рамазан айында ифтар мәжлесе ойошторған апайҙарға ауылыбыҙҙың имам-хатибы Факил Сахиулла улы Торомтаевҡа ҙур рәхмәт, һау-сәләмәт булып, донъяның бар изгелеген күреп, бәхет-шатлыҡта йәшәргә насип булһын.
Киләһе йылдарҙа ла ураҙаны тоторға насип итһен.Изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын, сауаптары насип булһын.