

Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин? Бәлиғ булғас. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибәҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш. Әммә әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.
Хәҙер, мәғлүм ки, ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны диндарлыҡ түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк.
Рамаҙан айын лайыҡлы үтергә яҙһын, тотҡан ураҙаларыбыҙ, доғаларыбыҙ ҡабул булһын!
Дилбәр ИШМОРАТОВА
https://bashgazet.ru/articles/iman/2022-04-08/ura-a-a-b-yle-aba-tar-2761638