ИМАН
8 Апрель 2022, 06:20

Ураҙа хаҡында хәҙистәр

 «Рамаҙан айында тотҡан ураҙа ун ай буйына тотҡан ураҙаға тиң»

Ураҙа хаҡында хәҙистәрУраҙа хаҡында хәҙистәр
Ураҙа хаҡында хәҙистәр

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ изге Рамаҙан айы һәм бөйөк ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан:

– «Аллаһ Тәғәлә: “Минең өсөн булған ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”, – тигән» 

– «Ураҙаға бер нәмә лә тиң була алмай» 

– «Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ» 

– «Ураҙа тотоусы өсөн ике шатлыҡлы мәл бар: беренсеһе – ауыҙ асҡанда, икенсеһе – үҙ Раббыһы ҡаршыһында ураҙаһы өсөн әжер алғанда» 

– «Ураҙа Ҡиәмәт көнөндә: «Йә Аллаһ! Мин уны көн буйына аҙыҡтан һәм тән теләктәренән тотоп торҙом, шуның өсөн бөгөн миңә уның өсөн шәфәғәтсе булырға рөхсәт бир», – тип ураҙа тотоусыны яҡлашып сығасаҡ» [5].

– «Ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында хуш еҫле май (мисек) еҫенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ» 

– «Ураҙа – кешене Тамуҡ утынан ҡурсалап тороусы ҡалҡан һәм ныҡлы ҡәлғә» 

– «Аллаһ ризалығы өсөн бер көн ураҙа тотҡан кешенең йөҙөн Аллаһ Тәғәлә Йәһәннәм утынан етмеш йыллыҡ араға алыҫайтасаҡ» 

– «Аллаһ мәрхәмәтенә өмөт итеп ураҙа тотҡан кеше шул көндө үлеп ҡалһа, Йәннәткә инер» 

– «Йәннәттә әр-Раян тигән ҡапҡалар бар, улар аша ураҙа тотҡандар ғына үтә алыр, башҡа берәү ҙә үтмәҫ» .

– «Рамаҙан айы башланғас, Йәһәннәм ҡапҡалары ябылып, Йәннәт ҡапҡалары асыла, ә шайтандарға бығауҙар һалына» 

– «Рамаҙан айында тотҡан ураҙа ун ай буйына тотҡан ураҙаға тиң» 

– «Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Унан ярлыҡау өмөт итеп ураҙа тотоусы кешенең быға тиклем булған бар гонаһтары ғәфү ителер» .

– «Һәр ифтар (ауыҙ асыу) мәлендә Аллаһ Тәғәлә Уттан азат ителәсәк яңы кешеләрҙе һайлап ала» 

 

Мәғлүмәт "Шоңҡар" журналынан алынды

https://shonkar.com/

 

Автор:
Читайте нас