ИМАН
5 Апреля 2022, 04:49

Республикала Ураҙа байрамы айҡанлы Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам күрһәтеү көнө күсерелде

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала Ураҙа байрамы айҡанлы Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам күрһәтеү көнө күсерелдеРеспубликала Ураҙа байрамы айҡанлы Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам күрһәтеү көнө күсерелде
Республикала Ураҙа байрамы айҡанлы Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам күрһәтеү көнө күсерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, ике йыл элек республикала Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам күрһәтеү көнө раҫланды. Барлыҡ конфессия вәкилдәре 2 майҙы һайланы. Әммә 2022 йылда был көн Ураҙа байрамы менән тап килә.

«Беҙ Тәлғәт Тажетдин, Никон, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән кәңәшләштек тә, Иҫкә алыу һәм ихтирам көнөн 30 апрелдә үткәрергә кәрәк тигән фекергә килдек», — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 апрель — оҙайлы ялдарҙың тәүге көнө. Был көндө Башҡортостанда йәшәүселәр, ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫтан, зыяраттарҙы тәртипкә килтерә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-04/v-bashkirii-iz-uraza-bayram-perenesyon-edinyy-den-pominoveniya-i-pochitaniya-2755509

 

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы.

Автор: