ИМАН
31 Март 2022, 10:56

Ғатаулла ишан вариҫтары Украинала махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ именлегенә аят бағышланы

Вәлит һәм Комсомол ауылдарын берләштереп ултырған иман йортона ауыл халҡы, район хакимиәте, ветерандар советы вәкилдәре, әлеге көндә хәрби бурысын үтәп йөрөүсе егеттәрҙең яҡындары йыйылды.

Ғатаулла ишан вариҫтары  Украинала махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ именлегенә аят бағышланыҒатаулла ишан вариҫтары  Украинала махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ именлегенә аят бағышланы
Ғатаулла ишан вариҫтары Украинала махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ именлегенә аят бағышланы

Ғатаулла ишан вариҫтары изге Рамаҙан айы алдынан Украинала махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ именлегенә аят бағышланы.

Вәлит һәм Комсомол ауылдарын берләштереп ултырған иман йортона ауыл халҡы, район хакимиәте, ветерандар советы вәкилдәре, әлеге көндә хәрби бурысын үтәп йөрөүсе егеттәрҙең яҡындары йыйылды. Өс тиҫтәгә яҡын ваҡыт дауамында ауылдаштарын иманға ылыҡтырып, дин тәғлимәттәрен таратыусы Фәнил хәҙрәт әруахтарыбыҙ, әүлиәләребеҙ, батыр һалдаттарыбы, шулай уҡ илебеҙҙең именлегенә арнап доғалар уҡыны. Улдарының һәм ил именлеге һағында тороусыларҙың барыһына арнап хәйер-саҙаҡалар таратылды. Сараның башланғысында тороусы ауылдаштары, шәхси эшҡыуар Илвира Йәрмөхәмәтоваға ҙур рәхмәтле ауыл халҡы. Үҙе лә биш бала әсәһе булған ҡатын ошо изге ниәтте тормошҡа ашырыуға ҙур булышлыҡ итә.


Әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә нимәгәлер ышанып, өмөт итеп йәшәргә, үҙендә көс табырға ынтыла. Ана шул иртәгәһе көнгә өмөт, ышаныс йәшәтә лә инде кешене. Ошондай мәлдә Аллаһы Тәғәләнең ярҙамына ла, ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫына ла ышана. Бөгөн Вәлит ауылы мәсетендә яңғыраған доғалар ҡабул булып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан егеттәр хөрмәтенә тағы ла осрашып ултырырға насип булһын!

 

Автор:
Читайте нас