

"Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында иман йорто һалынып ята.
Был изге эште үҙ теләге, үҙ көсө менән Вәкил ағай Күскилдин башлап ебәргәйне, вәзәмдәр ҙә артабан уны эләктереп алды. Конкурстың муниципаль этабында еңгән аҡсаларын да шул мәсеткә йүнәлтергә ҡарар сығарған ине урындағы халыҡ. Тик был сумма эште тамамларға етмәйәсәк. Шуға күрә урындағы имам Сурин Флорид Харис улы мәсеткә йылылыҡ үткәреүҙе республикала эшләп килгән "Атайсал" проекты буйынса дауам итергә тигән инициатива менән сыҡты.
Был ниәт проект сайтында теркәү үтте https://ataisal.ru/member/7608/. Яҡташтар уны күтәреп алырҙар тип ышанабыҙ.
#Атайсал
#Айыҡауыл2021
#БәләкәйАрыҫланғол
#Трезвоесело2021
#ВсемирныйКурултайБашкир