ИМАН
16 Февраля 2022, 16:14

"Рухи тәрбиә биреү һәр кемдең изге бурысы"

Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт студенттар менән осрашты

"Рухи тәрбиә биреү һәр кемдең изге бурысы""Рухи тәрбиә биреү һәр кемдең изге бурысы"
"Рухи тәрбиә биреү һәр кемдең изге бурысы"

Бала саҡтан уҡ беҙҙе белем алыуға, карьера ҡаҙаныштарына, ғаилә ҡороуға йүнәлтәләр, ә рухи тәрбиә шулай уҡ тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнергә тейеш бит.

Студенттарҙың гармониялы үҫешен, уларҙың аңында әхлаҡ нигеҙҙәрен булдырыу, аутоагрессив тәртипте иҫкәртеү маҡсатында бөгөн, 16 февралдә, Хәйбулла районының имам-мөхтәсибе, «Йәмиғ» мәсетенең имам-хатибы Рәсүл хәҙрәт Аҡъяр тау колледжының дөйөм ятағына саҡырылды. Үҙ сығышында ул егеттәргә иман нигеҙҙәре, Аллаһы Тәғәлә, кеше тормошоноң ябай хәҡиҡәттәре тураһында һөйләне. Үҙебеҙҙә ныҡлы рух тәрбиәләргә, әхлаҡи аңға таянырға, үҙ-үҙеңде камиллаштырырға саҡырҙы. Дөрөҫ рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү кешегә профессиональ эшмәкәрлектә, ижадта, шәхси тормошта уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә.

Автор:
Читайте нас