

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында оло тантана – Мәүлит байрамын ҡаршылай. Был төндө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм донъяға килгән.
Райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт байрам тантанаһын асҡанда, изге Мәүлиттең беҙҙең мосолман халҡы өсөн әһәмиәтен билдәләп үтте. Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған көн – Ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. «Мәүлет» — ғәрәп теленән тыуыу тигәнде аңлата. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм донъяға килгән көн Мәүлит исеме менән аталып мосолмандарҙың байрамына әйләнә. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә Ҡөрьән индерә, пәйғәмбәрлек бирә, ер йөҙөнә Ислам дине тарала. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт пәйғәмбәргә бәндәләрҙе Ислам диненә өндәргә бойора. Шуға күрә уның тыуған көнө ҙур байрам була.Байрам кисендә Рәсуллулла йәшәгән замандар, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы.
Тантаналы өлөштән һуң, мосолмандар тәм-томдарҙан һығылып торған өҫтәл артына үтте. Тәмле былау ашап, баллы сәк-сәктән ауыҙ итеп, күңелдәрендә изгелек рухын арттырып, йылы итеп хушлашып таралышты улар.