ИҠТИСАД
9 Сентября , 09:11

Хеҙмәттәшлекте артабан үҫтерәсәктәр

Радий Хәбиров Абхазия Республикаһы Президенты Бадра Гунба менән осрашты. 

Хеҙмәттәшлекте артабан үҫтерәсәктәрХеҙмәттәшлекте артабан үҫтерәсәктәр
Хеҙмәттәшлекте артабан үҫтерәсәктәр

Бөгөн Республика йортонда Абхазия Президенты Бадра Гунба менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың осрашыуы үтте. Көн тәртибендә – сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү.

Башҡортостан менән Абхазия туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү яҡлы, тип билдәләне Радий Хәбиров. Атап әйткәндә, яҡтар “Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлеге” программаһын дауам итеү, шулай уҡ Өфө менән Сухум араһында тура авиабәйләнеште үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Абхазияның туристик мөмкинлектәре менән киңерәк таныштырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика Башлығы был маҡсатта Абхазия туристик индустрияһы вәкилдәренең Башҡортостанға эш сәфәрен ойошторорға тәҡдим итте.

– Туроператорҙарығыҙҙың беҙгә килеүе һәм тейешле йүнәлештә эш алып барыуы маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Сөнки кешеләр һеҙҙә ниндәй яңы ҡунаҡханалар барлыҡҡа килеүен, ниндәй объекттарға барыу яҡшыраҡ икәнен белмәҫкә мөмкин, – тине Радий Хәбиров.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә айырыуса иғтибар бүлде. Бадра Гунба Абхазия һәм Башҡортостан йәштәре араһында бәйләнештәрҙең нығыныуын билдәләне. Атап әйткәндә, был эш Өфөлә Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусындағы Рәсәй-абхазия мәҙәни үҙәге майҙансығында ойошторолған.

Абхазия Президенты Бадра Гунба шулай уҡ Башҡортостанға Сухумда Диоскурҙар яр буйын реконструкциялауға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2026 йылдың июлендә Радий Хәбиров Сухамдың был иҫтәлекле урынының яңыртылғандан һуңғы торошо менән танышты. Объектты тергеҙеү Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан ярҙамы менән башҡарылды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
Автор:
Читайте нас