

8 сентябрҙә илдә Финансистар көнө билдәләнә. 1802 йылдың сентябрендә Император Александр Беренсе Финанстар министрлығы ойоштороу тураһында ҡанун сығара. Шулай итеп төрлө финанс органдар бер ведомствоға берләшә. Башҡортостанда Финанс министрлығы республика менән бер үк ваҡытта, 1919 йылда, ойошторола. Ул саҡта Финанстар буйынса халыҡ комиссариаты тип атала.
Райондың иҡтисади хәл-торошо һәм мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү күп йәһәттән финансистарҙың хеҙмәтенә бәйле. Бюджет – район иҡтисадын үҫтереүҙә һәм халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуҙа әһәмиәтле ҡорал. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, финанс системаһы тотороҡло үҫешә һәм ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы хәл итә. Был финансистарҙың яуаплылыҡ һәм тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Финансистар көнө уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итеүселәр араһында район хакимиәтенең финанс идаралығы коллективы ла бар. Уларҙың яйға һалынған командаһы районда тотороҡло эшләүселәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Һөнәри байрамдары айҡанлы район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Альмира Шәйәхмәтова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
-Альмира Фәтих ҡыҙы, финансистарҙың эше нимәнән ғибәрәт?
-8 сентябрҙә билдәләнеүсе Финансистар көнө — район бюджеты менән шөғөлләнгән кешеләр хаҡында һөйләшеү өсөн яҡшы сәбәп. Күпселек халыҡ финансистарҙың нимә менән мәшғүл булыуын тулыһынса күҙ алдына ла килтермәйҙер, моғайын.
Мин уларға финанстың киң мәғәнәлә булыуын һәм аҡса тураһында ғына түгеллеген әйтер инем. Әгәр беҙ дәреслекте асһаҡ, унда финанстар — ул аҡса средстволарын формалаштырыу, бүлеү һәм файҙаланыу процесында барлыҡҡа килгән иҡтисади мөнәсәбәт тип яҙылған буласаҡ. Йәғни тәү сиратта был иҡтисади мөнәсәбәттәр, төрлө субъекттарҙың үҙ-ара бәйләнеше, ә аҡса — икенсе сиратта.
Беҙ иһә муниципаль финанстар менән шөғөлләнәбеҙ, улар бюджетлау, һалым сәйәсәте менән туранан-тура бәйле. Был дәүләт һәм муниципаль финанстарҙың өлөштәре. Был өлкә ярайһы уҡ үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы. Уға бүтән йүнәлештәрҙән килгән кешеләрҙең барыһы ла был процесҡа шунда уҡ яраҡлаша алмай. Мин шуны әйтер инем: бюджет финансистары практикала бик оҙайлы өйрәнеү юлы үтә.
–Финанс идаралығы коллективы менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Коллективта кадрҙар ағымы юҡ тиерлек. Бының асылы шунда: был өлкәлә кеше үҙ мөмкинлектәрен бик тиҙ баһалай һәм йә китә, йә оҙаҡ ваҡытҡа ҡала. Әйткәндәй, беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе тиерлек юғары белемле.
Финанс идаралығында күп кенә хеҙмәткәрҙәр бер нисә тиҫтә йыл дауамында эшләй. Уларҙың тәжрибәһе, компетентлығы һәм һөнәренә тоғролоғо шик тыуҙырмай. Мәҫәлән, финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары Наталья Светлакова, баш бухгалтер Зәйтүнә Абушахмина, баш бухгалтер урынбаҫары Елена Редина, бюджет үтәлеше һәм контролдә тотоу бүлеге начальнигы Елена Карагодина – улар 30 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр. Тағы ла финанс идаралығында килемдәрҙе күҙаллау һәм сығымдарҙы финанслау бүлеге начальнигы Ирина Любимова, баш белгестәр Винера Горбунова, Ралина Аҙнағолова 20 йылдан ашыу, баш белгестәр Әлиә Дәүләтбаева һәм Максим Ҡыуатов 15 йылдан ашыу, әйҙәүсе белгес Айгөл Килдебаева 10 йылға яҡын йыл эшләйҙәр.
–Ҡаҙаныштарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.
–Беҙҙе федераль кимәлдә бер нисә тапҡыр билдәләнеләр. Уның өҫтәүенә, хатта Рәсәй Финанс министрлығы баҫтырып сығарған иң яҡшы тәжрибәләр йыйынтығына индек. Был бухгалтер иҫәбен үҙәкләштереүгә лә, шулай уҡ килемдәр үҫешендә, бюджеттың тигеҙлеген тәьмин итеүҙә һәм башҡа өлкәләрҙә беҙҙең финанс идаралығы һөҙөмтәлелегенә лә бәйле. Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы тарафынан инициативалы бюджетлау өлөшөндә билдәләнгән ҡаҙаныштарыбыҙҙы ла телгә алмау мөмкин түгел. Беҙ уны республикала ғәмәлдә ойоштороусыларға әйләндек һәм бөгөн районда 14 проект бойомға ашырыла.
—Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы коллегаларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
—Финанс өлкәһендә эшләгән барлыҡ коллегаларҙы һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайым. Намыҫлы хеҙмәттәре, үҙ эштәрен яуаплы башҡарғандары өсөн хеҙмәттәштәремә ихлас рәхмәтемде белдерәм. Гел бергә эшләгән, уртаҡ бурыстарҙы үтәгән бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә рәхмәтлемен. Һәр береһенә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем!
Мәҡәләне тулыраҡ 36-сы һанда уҡығыҙ.