

Бөгөнгә Башҡортостанда сәсеү майҙандарының 50% ашыуы йыйып алынған, был 1 миллион гектарҙан күберәк, тип хәбәр итте БР вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
«Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 77% сабылған, яҡынса 970 мең гектарҙа һуғылған. Республиканың 34 районында игендең 70% ашыуы йыйып алынған, 16 районда иһә 50% күберәге, — тип асыҡлыҡ индерҙе ауыл хужалығы министры. — Бөгөнгә 2,706 миллион тонна иген һуғып алынған, шуның 969 мең тоннаһы — ужым культуралары».
Республика буйынса игендең уртаса уңышы – бер гектарҙан 28 центнер. Иң юғары уңыш Саҡмағош районында күҙәтелә, уның аграрийҙары һәр гектарҙан 43,7-шәр центнер ашлыҡ йыя. Уларҙан Ҡырмыҫҡалы районы игенселәре лә бик ҡалышмай, һәр гектарҙан 42,9 центнер иген һуғып ала.
Башҡортостанда яҙғы иген культураларына килгәндә, әлеге ваҡытта улар 692 мең гектар самаһы майҙанда һуғылған – пландың 71%. 1,740 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынған, гектарынан уртаса уңыш 25,1 центнер тәшкил итә. Башҡортостанды һәм илде иген менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының маҡсаттарына тап килә.
Шул уҡ ваҡытта төбәктең ҡайһы бер хужалыҡтары ҡарабойҙай йыйыуға тотонған да инде. Әлегә сәсеү майҙандарының 27% ашыуы һуғылған. Ҡарабойҙай уңышы 9 мең тонна тәшкил итә.
Автор: ГАЛИНА БАХШИЕВА