ИҠТИСАД
15 Августа , 16:20

Башҡортостан Башлығы Күмертау ҡалаһында эш сәфәрендә

Башҡортостан Башлығы етештереү цехтарын ҡараны, ҡорамалдар,  уларҙы поставкалау географияһы менән  ҡыҙыҡһынды. Предприятие продукцияһы сит илдәрҙә – Ҡаҙағстан, Мысыр, Алжир, Судан илдәрендә һорау менән файҙалана.

Башҡортостан Башлығы Күмертау ҡалаһында эш сәфәрендәБашҡортостан Башлығы Күмертау ҡалаһында эш сәфәрендә
Башҡортостан Башлығы Күмертау ҡалаһында эш сәфәрендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында “ОЙЛТИММАШ” заводының етештереү майҙанында булды. Төбәк етәксеһе нефть һәм газ тармағы өсөн ҡорамалдар әҙерләү  һәм предприятиеның продукция өлгөләре менән танышты.

“ОЙЛТИМ” компанияһының генераль директоры Влдадимир Лавров Күмертауҙа етештереү ҡеүәттәренең үҫеше тураһында һөйләне. Предприятиены яңыртыуҙың беренсе этабын 2022 йылда “Инвестициялар сәғәте”ндә хупланылар. Башланғысты республика ярҙамында тормошҡа ашырҙылар. Завод үҫешенә 2,3 миллиард һум инвестицияланды. Икенсе сиратында ҡеүәттәрҙе артабан үҙгәртеп ҡороу ҡарала. Уны 2028 йылға тамамлау планлаштырыла.

Башҡортостан Башлығы етештереү цехтарын ҡараны, ҡорамалдар,  уларҙы поставкалау географияһы менән  ҡыҙыҡһынды. Предприятие продукцияһы сит илдәрҙә – Ҡаҙағстан, Мысыр, Алжир, Судан илдәрендә һорау менән файҙалана.

 Радий Хәбиров компания етәкселеге менән производствоны артабан үҫтереү бурыстары тураһында фекер алышты. Шул иҫәптә – подъезд юлын ремонтлау. Республика етәксеһе Транспорт министрлығына был мәсьәләне иғтибарға алырға һәм тейешле тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Автор:
Читайте нас