

Бөгөн Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһы Сибайҙа VIII “Урал аръяғы-2026” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үҙ эшен башланы. Форум Сибай концерт-театр бинаһында һәм Эшҡыуарлыҡ үҙәгендә үтә.
Быйыл ”Урал аръяғы” форумының бизнес-программаһы “Еңеү иҡтисады” дөйөм темаһы аҫтында уҙасаҡ. Был темаға ярашлы программа иҡтисади үҫешкә, ресурстарҙы мобилизациялауға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар башлаған бизнесҡа һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеүгә бәйле мәсьәләләрҙе берләштерәсәк.
Сараға меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Ҡунаҡтар араһында федераль һәм төбәк власть органдары, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе, үҫеш учреждениелары, муниципалитеттар, мәғариф ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бар. Сибайға Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Абхазия, Тажикстан, Конго Республикаһы, Көньяҡ Африка илдәренән вәкилдәр килгән. Рәсәй төбәктәре араһында Мәскәү ҡалаһынан һәм Мәскәү өлкәһенән, шулай уҡ Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән ҡатнашыусылар күп.
"Урал аръяғы" инвестиция һабантуйы сиктәрендә Ҡала көнө лә үтә. Ҡала ҡунаҡтарын һәм сибайҙарҙы көн дауамында Үҙәк майҙанда Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерты, Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар дәүләт ансамбле, "Бүреләр", "Бишбармаҡ", "Тарпан" ансамблдәренең сығыштары көтә. Шулай уҡ Зәйнетдин, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов сығыш яһай.
VIII “Урал аръяғы-2026” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 14 – 15 августа Сибай ҡалаһында була. Сараны ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте.
Фото: Башинформ.