

Республиканың яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хәл-торош нисек? Сираттар кәмей, ләкин бер аҙ тотҡарланырға тура килә.
Заводтарҙан бензин поставкалау артҡан, әммә ихтыяж ҙур.
Ни өсөн канистрға яғыулыҡ ҡойорға ярамай? Махсус хеҙмәттәрҙең ихтияжын нисек хәл итәләр? Барыһына ла яғыулыҡ етәме?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға тура эфирҙа яғыулыҡ менән бәйле хәлде көйләү буйынса республика штабы етәксеһе, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Александр Шельдяев яуап бирәсәк.
Бөгөн, 30 июндә, көндөҙгө сәғәт 3-тә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында ошо хаҡта һөйләшеү була. Ҡарамай ҡалмағыҙ!
Фото: Азамат Абдрафиков.