

XXIX Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Рәсәй субъекттарында инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре күрһәтелде. Билдәле булыуынса, Стратегик башланғыстар агентлығы йыл да ил Президенты Владимир Путинды ошо йәһәттән эш йомғаҡтары менән таныштыра бара.
Йәмғиәттәге кәйеф сағылышы
Милли инвестиция рейтингы быйыл 13-сө тапҡыр хеҙмәт һөҙөмтәләрен билдәләне. Унда Башҡортостан инде бер нисә йыл рәттән тәүгеләр рәтендә. Быйылғы һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, республикабыҙ лидерҙар араһында III урынды һаҡлап ҡалды.
Билдәле булыуынса, милли рейтингта төбәктәр власының бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға һалған тырышлығы баһалана, иң яҡшы тәжрибә өлгөләре билдәләнә. Тикшереү эше быйыл киңәйтелгән, яңы темалар менән тулыландырылған. Уға, Рәсәйҙең Үҙәк банкы менән берлектә, бизнес өсөн финанс инфраструктураны үҫтереү күрһәткестәре лә индерелгән. Төбәгебеҙҙә ошо йәһәттән эштәрҙең барыһы ла республика Башлығы Радий Хәбировтың шәхси контролендә.
Мәҫәлән, беҙҙә иҡтисад нигеҙҙәренең береһе булған ижади индустрияға ҙур иғтибар бүленә. Айырым муниципалитеттарҙа ошондай киңлектәр уңышлы эшләй, уларға урындағы бизнес әүҙем йәлеп ителә, айырыуса туризмды үҫтереү мөмкинлеге киң. Шуға ла республикабыҙға ҡарата инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуы көслө.
– Төбәктәрҙәге инвестиция күрһәткесе тотош Рәсәйҙең иҡтисади хәл-торошон сағылдыра. Шуға ла милли рейтингта юғары урын биләүебеҙ үтә әһәмиәтле, дөйөм ил кимәлендә мөһим, – ти Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалындағы Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов. – Иҡтисади торош кимәле тәү сиратта халыҡтың кәйефен сағылдыра: йәмәғәтселектән һорау алыуҙар һөҙөмтәһе, һатып алыусыларҙың, бизнес вәкилдәренең фекерҙәре лә иҫәпкә алынғанлыҡтан, рейтингта граждандарҙың социаль хәле аныҡ баһалана. Республикабыҙҙың ойошма-предприятиеларында яңы эш урындары булдырылыуы хеҙмәт хаҡының күтәрелеүенә, тимәк, һалым һалыу базаһы үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Һөҙөмтәне инфраструктура объекттарының артыуында – мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, экология һәм башҡа өлкәләрҙәге заманса үҙгәрештәрҙә күрәбеҙ.
Рөстәм Камил улы билдәләүенсә, милли рейтингта лидерлыҡ – республика власы етәкселегенең системаға һалынған, эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Шулай уҡ төрлө кимәлдәге муниципалитеттарҙың һәм, әлбиттә, бәләкәй, урта, эре эшҡыуарлыҡтың берҙәм хеҙмәт емеше.
“Власты халыҡҡа нығыраҡ яҡынайтты”
Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығы Милли рейтингының “Бизнесты һаҡлау” йүнәлешендә беренсе урынға сыҡты. Республикала эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил инвестиция процесының әүҙем ҡатнашыусыһы булып тора. Ул эксперттар, муниципалитеттағы йәмәғәт ярҙамсылары менән берлектә йүнселдәргә бушлай юридик ярҙам күрһәтә. Ошо белгестәргә 2023 йылдан алып “Бизнесты яҡлаусы” йәмәғәт премияһы ла бирелә.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы даими үткәрелгән “Инвестиция сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәләр ҙә төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ныҡлы этәргес бирҙе. 2018 йылдың октябренән әлегә ҡәҙәр ошондай 191 сара уҙған, уларҙа дөйөм инвестиция күләме 1,4 триллион һум тәшкил иткән 802 проект ҡаралған, һөҙөмтәлә 100 мең самаһы хеҙмәт урыны булдырылған. Ошондай кәңәшмәләр муниципалитеттарҙа ла даими үткәрелеп килә.
– Район, ҡала, республика кимәлдәрендә уҙғарылған “Инвестиция сәғәте” ултырыштары, муниципалитеттар штатына “бизнес шәриф” вазифаһының индерелеүе һәм башҡа барлыҡ башланғыстар чиновниктар аппаратының әүҙемлеген арттырыу менән бергә власты халыҡҡа нығыраҡ яҡынайтты, – ти эксперт Рөстәм Камалов. – Билдәле булыуынса, күптән түгел Рәсәйҙә транспорт инфраструктураһы үҫеше буйынса рейтинг күрһәткестәре иғлан ителгәйне. Унда ла Башҡортостан тәүге өс лидер иҫәбендә. Тимәк, беҙҙә власть етәкселеге тарафынан әйтелгәндәр, вәғәҙә ителгәндәр һүҙҙә тороп ҡалмай, ә аныҡ тормошҡа ашырыла, теүәл үтәлә килә.
Транспорт инфраструктураһы – яҡшы инвестиция мөхите булдырыуҙың мөһим шарты. Шулай уҡ яһалма зиһен технологиялары, һанлаштырыу бөгөн “модала” ғына түгел, улар – бихисап иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү ысулы ла. Мәҫәлән, хеҙмәт етештереүсәнлеген тап шул заманса алымдар ярҙамында күтәрәбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа инвестиция артыуы арҡаһында булдырылған институттар ҙа республикабыҙҙың иҡтисади үҫешенә ныҡлы йоғонто яһай.
Республика биләмәһендәге эре бизнес ойошмаларының – нефть-химия, машина эшләү комплекстарының, шулай уҡ төбәгебеҙ ҡалаларында асылған “Алға” махсус иҡтисади биләмәләренең тотороҡло эшмәкәрлеге лә дөйөм инвестиция күрһәткестәренә тос өлөш индерә.
Бизнес – фронттың терәге
XXIX Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының махсус хәрби операцияға даими булышлыҡ күрһәтеүен билдәләне. “Илебеҙгә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Бизнес фронттың терәге булып тора”, – тине ул.
Республика иҡтисады урындағы халыҡҡа яңы эш урындары булдырыуға йүнәлтелгән. Үҙ кәсебен асырға теләгән махсус хәрби операция ветерандарына айырым ҙур иғтибар бүленә. Был эш “Минең бизнес” үҙәктәре, белем биреү программалары, социаль контракттар механизмы, “СВОй бизнес” федераль проекты аша ойошторола.
– Ғөмүмән, төп етештереү фондының үҫеше, предприятиеларға яңы ҡеүәттәр индереү, заманса яңыртыу эштәре әлеге ҡатмарлы осорҙа – эске рестрикция, санкциялар ваҡытында илебеҙгә үҙ көсөн һаҡлауға булышлыҡ ҡыла, махсус хәрби операцияны тейешенсә тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Шул уҡ ваҡытта, алда әйткәнемсә, яҡшы инвестиция мөхите – халыҡтың йәшәү сифаты күрһәткесе ул, – тигән фекерҙә эксперт Рөстәм Камалов.
-----------------
Милли рейтингта Башҡортостан 2015 йылдан алып ҡатнаша. Һәр күрһәткес буйынса яуаплылар – республика башҡарма, урындағы үҙидара органдары, федераль ойошмаларҙың территориаль бүлексәләре вәкилдәре беркетелгән. Инвестиция мөхите яҡшыртыу эштәре раҫланған пландарға ярашлы алып барыла.
-----------------------
2026 йылдың мартына ҡарата мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республиканың сәнәғәт өлкәһендә 94 өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Улар буйынса эш 2035 йылға ҡәҙәр алып барыласаҡ. Проекттарҙың дөйөм суммаһы – 510,1 миллиард һум самаһы.
-----------
Башҡортостанда 14 индустриаль парк, 20 технопарк иҫәпләнә. Уларҙа 32,6 мең хеҙмәт урыны булдырылған, 170-тән ашыу резидент эшмәкәрлек алып бара, инвестицияларҙың дөйөм күләме – 50 миллиард һумдан ашыу.
Фото: glavarb.ru
Автор:Дилбәр Ишморатова