

3 июндә илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһында Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы үҙ эшен башланы. Унда ғәҙәттәгесә Башҡортостандан ҙур делегация ҡатнаша, ул йыл һайын форумда ҡатнашыусыларҙы үҙенең экспозицияһы менән хайран ҡалдыра.
Быйыл беҙҙең стендтың үҙәгендә – “Шәжәрә ағасы” интерактив инсталляцияһы, ул яһалма зиһен ярҙамында булдырылған. Ағас төбәктең ҡаҙаныштары, инвесторҙар өсөн өҫтөнлөктәр, Башҡортостандың технологик һәм инновацион ҡеүәте менән таныштыра, республика тураһында һорауҙарға яуап бирә.
Экспозиция ҡунаҡтарын шулай уҡ иммерсив шоу көтә, ул Башҡортостандың эмоциональ тарихына – боронғо йолаларҙан алып заманса проекттарға тиклем алып китәсәк. Стендта локацияны һайлап, республика буйлап сәйәхәт итергә һәм төбәктең матур пейзаждарын күрергә мөмкин. Шулай уҡ килеүселәр республиканың төп проекттары менән таныша аласаҡ. Был – Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы, Рәсәй-Белоруссия инвестиция кластеры, “Росхим” компанияһы проекттары, “Бекабад” технопаркы һәм башҡалар.
Бөгөн беҙҙең делегация рәсми эшен башланы. Делегацияны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Быйылғы төп тема – “Прагматик диалог — тотороҡло киләсәккә юл”.
Республика етәксеһе форумдан үҙенең нимәләр көтөүе хаҡында һөйләне.
– ПМЭФ – ул һәр ваҡыт республикабыҙҙың презентацияһы, инвестиция сәйәсәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Шуға күрә бында идара итеү командаһының байтаҡ өлөшө килде. “Тыйнаҡлыҡ — онотолоуға иң ҡыҫҡа юл” тигән әйтем бар. Шуға күрә әүҙем булырға, үҙең тураһында һөйләргә, өҫтөнлөктәрҙе күрһәтергә кәрәк. Сөнки бында инвестициялар һәм заманса проекттар өсөн көрәш бара, – тине ул. – Мин нимә көтәм? Осрашыуҙар күп. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтағы "Шихан" һыра ҡайнатыу заводына “ингән” "Арнест" компанияһы вәкилдәре менән осрашыу планлаштырылған. Улар һыра етештереүҙе ике тапҡырға арттырҙы, шуға ярашлы, бюджетҡа акциздар шунда уҡ артты. Уларға арпа кәрәк – Башҡортостан бирергә әҙер. Беҙҙең аграрийҙар уны 300 миллион һумға һатҡан, оҙайлы контракт алған. Иртәгә Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция мөхите рейтингы иғлан ителәсәк. Беҙ даими рәүештә өсөнсө урында ныҡлы торҙоҡ, яйлап үҫтек. Ауыр ваҡытта инвестициялар һалыу – үҙе бер сәнғәт. Бында ныҡ тырышырға кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара 6 июнгә тиклем дауам итәсәк һәм 100-ҙән ашыу илдән 20 меңгә яҡын ҡатнашыусыны йыясаҡ.Ҡунаҡ булып тәүге тапҡыр Сәғүд Ғәрәбстаны сығыш яһай, был илдән энергетика министры етәкселегендәге 200 кешенән торған делегация килгән. 5 июндә пленар ултырышта Рәсәй, Үзбәкстан, Танзания президенттары, шулай уҡ Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе урынбаҫары һәм Сәғүд Ғәрәбстанының энергетика министры ҡатнашасаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор:Альфия Мингалиева