ИҠТИСАД
5 Июня , 09:23

Башҡортостанда беренсе булып эшләй башланылар

Башҡортостан “Росагролизинг” менән холдингтың Машина-трактор компанияһын үҫтереү тураһында килешеү төҙөнө.

Башҡортостанда беренсе булып эшләй башланыларБашҡортостанда беренсе булып эшләй башланылар
Башҡортостанда беренсе булып эшләй башланылар

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында республика Хөкүмәте “Росагролизинг” компанияһы менән инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөнө.

Документ “Росагролизинг” Машина-технология компанияһы – “МТК-РАЛ-Башҡортостан”яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте көсө менән агротехнологик хеҙмәттәр күрһәтеү һәм механизацияланған эштәр башҡарыу буйынса 10 миллиард һумлыҡ инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.

Республика МТК эшләй башлаған Рәсәйҙең пилот төбәге була. Предприятиеға тәүге ауыл хужалығы техникаһы инде лә. 2026 йылға 40 иген йыйыу комбайны, тупраҡ эшкәртеү агрегаттары һәм сәсеү комплекстары менән 30 трактор, шулай уҡ башҡа ҡорамалдар һатып алыу планлаштырыла.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы алдынан Башҡортостан Башлығы һәм “Росагролизинг”тың генераль директоры Павел Косов республика хужалыҡтарының техник паркын яңыртыу маҡсатында хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе тикшерҙе.

– Беҙ төбәк менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүгә бик шатбыҙ. Башҡортостан поставкалар күләме буйынса тәүге өс төбәккә инә. Был ауыл хужалығы техникаһына ла, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыу машиналарына ла ҡағыла, – тине Павел Косов. – Республикала эшләй башлаған МТК – илдә “Росагролизинг” тарафынан асылған беренсе компания. Һәм беҙ Башҡортостан Хөкүмәтенең был йүнәлеште һүҙҙә генә түгел, ә эштәр менән дә хуплауын күрәбеҙ.

Агротехнологик хеҙмәттәр күрһәтеүгә заявканы “МТК-РАЛ” һанлы платформаһы сайты аша яһарға мөмкин. Бында техниканың эшен иҫәпкә алыу алып барыла, компанияның мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. Шуныһы мөһим, проектҡа сит ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдары хужалары ла ҡушыла ала.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас