

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлеге тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Мәҫәлән, республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Херсон өлкәһе губернаторы Владимир Сальдо сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документтың төп йүнәлештәре – фән талап иткән етештереүҙәрҙе һәм мәғлүмәт технологияларын үҫтереү, агросәнәғәт комплексында үҙ-ара эш итеү, төҙөлөштә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта тәжрибә уртаҡлашыу.
Владимир Сальдо менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып республика Херсон өлкәһенә социаль инфраструктураны тергеҙеүҙә практик ярҙам күрһәтә, төҙөлөш материалдары, медикаменттар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, тип билдәләне.
– Беҙ Херсон өлкәһе биләмәһендә барған ваҡиғаларҙы ҙур борсолоу менән күҙәтәбеҙ. Һеҙ ныҡ тораһығыҙ, афарин, – тине Радий Хәбиров. – Әммә тыныслыҡ мотлаҡ килер, тип ышанабыҙ. Беҙ ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һанлаштырыу һәм социаль яҡлау өлкәләрендә тәжрибә уртаҡлашырға әҙер. Төбәктең фәнни һәм мәҙәни потенциалын тергеҙеүҙә ярҙам итергә әҙербеҙ.
Удмурт Республикаһы Башлығы Александр Бречалов менән Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров төбәк-ара килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса 2026 - 2029 йылдарға “юл картаһына” ҡул ҡуйҙы.
Документ иҡтисадтан һәм сәнәғәттән алып мәҙәниәт һәм спортҡа тиклем үҙ-ара эш итеүҙең 15 төп өлкәһен үҙ эсенә ала һәм ике яҡтан да берлектәге аҙымдарҙы, сроктарҙы һәм яуаплы башҡарыусыларҙы аныҡлай.
Шулай уҡ форум сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Омск өлкәһе губернаторы Виталий Хоценко сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документ үҙ-ара файҙалы бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә һәм оҙайлы партнерлыҡ өсөн ойоштороу, хоҡуҡи һәм иҡтисади шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Хеҙмәттәшлектең төп өлкәләре – иҡтисад һәм сауҙа, агросәнәғәт комплексы, социаль өлкә, мәҙәниәт, спорт, туризм, экология һәм төҙөлөш.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы, ПМЭФ – коллега-губернаторҙар менән эштәрҙе тикшереү өсөн яҡшы мөмкинлек, тине.
– Беҙ бергәләп эшләйбеҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, социаль ярҙам сараларын тикшерәбеҙ, бюджеттың нисек формалашыуын ҡарайбыҙ. Бер-беребеҙҙән бер нәмә лә йәшермәйбеҙ, бер-беребеҙгә туғандарса ҡарайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һәр ҡатмарлы хәлдә шылтыратабыҙ, нимә менән ярҙам итә алыуыбыҙҙы һорайбыҙ. Беҙҙең бөтә төбәктәрҙә лә үҙ-ара, иптәштәрсә ярҙам бар. Мәҫәлән, әле Владимир Васильевич Сальдо менән һөйләштек. Уларҙың хәле бик ҡатмарлы. Әлбиттә, һүҙ ниндәйҙер ҙур аҡса тураһында бармай – ҡайһы берҙә һыу ебәрергә йәки биш - ун баланы дауаларға кәрәк. Бының өсөн көсөбөҙ бар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.