ИҠТИСАД
12 Май , 11:59

Завод эҙмә-эҙлекле үҫешә

Өфө трансформатор заводын яңыртыуға 2,2 миллиард һум тотонасаҡтар.    

Завод эҙмә-эҙлекле үҫешәЗавод эҙмә-эҙлекле үҫешә
Завод эҙмә-эҙлекле үҫешә

Өфө трансформатор заводын яңыртыуға (“ЭРСО” холдингына инә) 2,2 миллиард һум инвестициялайҙар. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә холдинг президенты Сергей Гурин хәбәр итте.

Предприятиеның производство инфраструктураһын яңыртыу проекты 2024 йылда старт ала. Һүҙ сығарылған трансформаторҙар номенклатураһын киңәйтеү өсөн заманса технологик ҡорамалдар һатып алыу, шулай уҡ яңы һынау үҙәген булдырыу тураһында бара.

– Модернизацияны 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштырабыҙ. Был 750 кВ тиклем көсөргәнешле көс трансформаторҙары һәм реакторҙары етештереүҙе үҙләштереү мөмкинлеген бирәсәк, – тип һөйләне Сергей Гурин. – Шулай итеп, Өфө трансформатор заводы технологик йыһазландырыу кимәле, шулай уҡ кадрҙар һәм фәнни потенциал буйынса ватан энергетика тармағының флагманы буласаҡ.

Билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы дүрт йылда предприятие хеҙмәткәрҙәре штаты өс тапҡырға – 437 кешегә тиклем артҡан, ә уртаса эш хаҡы 124 мең һумға еткән. Завод эшләгән ваҡытта Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән заказсылар өсөн 5,8 миллиард һумлыҡ ҡорамалдар етештерелә.

Башҡортостан Башлығы Өфө трансформатор заводы коллективына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Республикабыҙҙа, ысынлап та, энергия машиналары эшләү флагманы формалаша, – тине Радий Хәбиров. – Предприятиеға артабан да ярҙам итергә әҙербеҙ. Яҡын арала ведомство-ара эшсе төркөмө форматында уны артабан үҫтереү пландарын тикшерергә тәҡдим итәм.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас