

4 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Мәләүез һөт-консерва комбинатын үҫтереү пландары тикшерелде. Предприятие һөт эшкәртеүгә, ҡоро һөт продукттары, май һәм һөт продукцияһы етештереүгә махсуслаша.
Компанияның генераль директоры Лариса Малахова комбинаттың заманса технологияларҙы әүҙем индереүе хаҡында һөйләне. Һуңғы биш йылда предприятиены модернизациялауға инвестициялар күләме 1,5 миллиард һумдан ашҡан. Был етештереү һөҙөмтәлелеген арттырырға, экологик йөкләнеште кәметергә һәм баҙарҙа комбинаттың позицияларын нығытырға мөмкинлек бирә. Автоматлаштырылған линиялар тотороҡло сифатты тәьмин итеүгә һәм етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ итә.
Контроль системалары халыҡ-ара стандарттарға тап килә, был экспорт йүнәлешен үҫтерергә мөмкинлек бирә, шул иҫәптән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә. Мәҫәлән, предприятие Ҡаҙағстан, Ҡытай, Алжир партнерҙары менән контракт төҙөй, эре сит ил һатып алыусылары менән эшләй. Биш йыл эсендә сит илгә оҙатылған ҡоро һөт ризыҡтары 4,7 мең тоннаға еткән.
Билдәләп үтергә кәрәк, комбинат ҡоро яраҡлаштырылған һөт ҡатышмалары һәм балалар аҙыҡ-түлеге етештереү цехын төҙөү буйынса 2 миллиард һумлыҡ өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Инициативаның Рәсәйҙә аналогы юҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың июлендә Мәләүез районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров комбинатта булды, унда инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.
Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров комбинаттың эш һөҙөмтәләрен юғары баһаланы һәм предприятиеға уңыштар теләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.